«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



02.04.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда былтыр 32,2 мең бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы, шул иҫәптән 26,8 мең микропредприятие теркәлгән. Уларҙың өстән бер өлөшөнән күберәге сауҙа итеү менән шөғөлләнә, 17,3 проценты күсемһеҙ милек баҙарында эшләй, 13,9 проценты – төҙөлөш тармағына, 11,4 проценты эшкәртеү производствоһы секторына ҡарай. Былтыр был предприятиеларҙа барлығы 284,6 мең кеше эшләгән.

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында «Башҡортостан ынйылары» театр-фольклор коллективтарының республика конкурсы үтте. Унда 18 коллектив ҡатнашты. Гран-приға Салауат райо­нынан «Йәйғор» фольклор берекмәһе тәрбиәләнеүсеһе Ильвир Яҡупов лайыҡ булды.

Өфө лимонарийында «Алһыу сәскә» тип аталған фотокүргәҙмә эшләй башланы. Лимонарийҙың үҙендә лә алһыу сәскәле үҫемлектәр күп. Шунлыҡтан хәҙер бында үҙебеҙҙә үҫкән алһыу сәскәләр менән ете диңгеҙ аръяғында йылы яҡта үҫкән сәскәләрҙе сағыштырыу мөмкинлеге бар.

Өфө районында балыҡ тотоу буйынса ярыштар үтте. Унда ауыл биләмәләренән туғыҙ команда, район предприятиеларынан ете команда ҡатнашты. 1,64 кг балыҡ тотоп, Чесноковка ауылы командаһы беренсе урынды яуланы.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ғәрәп теле буйынса олимпиада ойошторолдо. Уның йомғаҡтары буйынса беренсе урынға БДПУ-ның дүртенсе курс студенткаһы Әнүзә Килдейәрова лайыҡ булды. Икенсе урынды – Рәсәй ислам университеты вәкиле, өсөнсө урынды шулай уҡ БДПУ студенты алды.

Апрелдә бала саҡтан I төркөм инвалидтарын һәм инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға түләүҙәр арта. Республиканың пенсия ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, түләү күләме 1380 һумдан 6325 һумға тиклем арттырыла. Башҡортостанда 6898 ата-әсә йәки опекун арттырылған күләмдә ай һайын аҡса алыу хоҡуғына эйә.

Бөгөн Өфө ҡалаһында «Йыл уҡытыусыһы – 2013» республика конкурсы башланды. Унда республика район һәм ҡалаларынан 57 уҡытыусы көс һынаша. Конкурс барышында шулай уҡ иң яҡшы рус теле һәм татар теле уҡытыусылары ла билдәләнәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға