«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһына ярҙам буласаҡ



02.04.2013 Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһына ярҙам буласаҡ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһына булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Константин Цицин менән осрашып, киләсәктә фонд ярҙамы менән граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү һәм күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреү буйынса программа сигендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләште.
2008 – 2012 йылдарҙа Башҡортостан әлеге маҡсаттарға фондтан 10,7 миллиард һум финанс ярҙамы алған. Адреслы программаға ярашлы, 240 меңләп кеше йәшәгән 1172 йортта капиталь ремонт яһалған, авария хәлендәге 603 йорттан 16 мең самаһы кеше күсерелгән. Был эштәр дауам ителәсәк, Мәс­кәүҙәге осрашыуҙа шуға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында етди фекер алышыуҙар булды. 2013 – 2015 йылдарға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһына булышлыҡ итеү фонды тарафынан республикаға 4,7 миллиард һум бүлеү лимиты раҫланған.

Әйткәндәй
2013 − 2015 йылдарҙа Өфө ҡалаһында иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүгә ҙур суммала аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы ҡала округының “Күсемһеҙ милек үҙәге” муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары Николай Лапшин.
– Киләсәктә авария хәлендәге 513 йорттан граждандарҙы күсереү планлаштырыла. 2013 − 2014 йылдарҙа 146 йорттан граждандар күсереләсәк. Авария хәлендәге торлаҡтың дөйөм майҙаны 137 мең квадрат метр тәшкил итә. Уларҙа йәшәүсе кешеләргә яңы фатирҙар бирелә, – тип хәбәр итә Николай Лапшин. Өфөләге авария хәлендәге һәм иҫке йорттар­ҙың ҡайһы берҙәре мәҙәни мираҫ объекттары булып тора, шуға күрә улар һүтелмәйәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға