«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы автобустарҙа елдереп



26.10.2010 Яңы автобустарҙа елдереп

Яңы автобустарҙа елдерепМәктәптәрҙе оптималләштереүгә бәйле, уҡыусыларҙы күршеавтобустар менән тәьмин итеү ҙур роль уйнай. Ғөмүмән, һәр мәктәпкә автобус кәрәк. Сөнки балалар­ҙы төрлө конкурстарға, олимпиадаларға, экскурсияларға йөрөтөү өсөн дә уңайлы, транспорт эҙләп торорға түгел. ауылдарға йөрөтөп уҡытыу ихтыяжы арта бара. Бында баланың ваҡытында дәрескә барып өлгөрөүе, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү ҙә мөһим. Мәсьәләне хәл итеүҙә белем усаҡтарын
Былтыр республика иҫәбенә мәктәптәр өсөн 35 «ПАЗик» һәм 30 «ГАЗель» һатып алынған. Ошо көндәрҙә бер нисә мәктәпкә яңы автобустар тапшырылды. Һәр автобус 22 уҡыусыға иҫәпләнгән, уларҙы ҡулланыу ваҡыты – ете йыл.
– Биш йыл эсендә «Мәктәп автобусы» программаһы сиктәрендә республикабыҙҙың 570 мәктәбе автобус алды. Быйыл ғына мәктәптәргә 54 автобус тапшырыласаҡ. Был иһә 1793 уҡыусыны белем усағына йөрөтөү мөмкинлеге бирәсәк. Бөтәһе был маҡсатҡа республика бюджетынан 56 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әле тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Әлшәй, Ауыр­ғазы, Асҡын, Баймаҡ, Ба­лаҡатай, Благовещен, Бла­го­вар, Бәләбәй, Бөрйән, Белорет, Борай, Йәрмәкәй райондары мәктәптәрен тәбрикләйбеҙ, – тине, мәктәп директорҙарына яңы автобус асҡыстары тапшырып, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров.
– Бөгөн автобус алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Ул беҙгә биш саҡрым алыҫлыҡтағы ҡурғашлы ауылы уҡыусыларын автобус менән алып йөрөү мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш, тағы дүрт ауылдан уҡыусылар интернатта ятып уҡый. Ғөмүмән, беҙҙең мәктәптә барлығы 341 уҡыусы, – ти Бөрйән районының Бай­назар урта мәктәбе директоры Резеда Шәмсетди­нова, үҙҙәренең ҡыуанысы ме­нән уртаҡлашып.
Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы мәктәбенә лә күптән кәрәк бындай автобус. Сөнки күрше Алғаҙы, ҡыуат ауылдары уҡыусылары ла Әбдел­кәрим мәктәбенә йөрөп белем ала.
– ҡыуат ауылы беҙҙән өс, Алғаҙы – һигеҙ саҡрым. Балаларҙы йөрөтөп уҡытыу менән проблемалар булһа, хәҙер улар тулы­һынса хәл ителәсәк. Яңы автобустың юлда боҙолоп ултырыу ҡурҡынысы ла юҡ. Автобус – беҙҙең өсөн ҙур бүләк. Былтыр ғына яңы мәктәп асылыуына һөйөнгәйнек. Ике ауыл балалары менән мәктәбебеҙҙә барлығы 121 уҡыусы уҡый, – ти мәктәп директоры Әлфиә Байсыуаҡова.

С. НИЯЗОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға