29.03.2013 Президент халыҡ менән һөйләшәсәк
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республика Президенты тура эфирҙа республика халҡы һорауҙарына яуап бирәсәк. Был сара 11 апрелдә 19 сәғәткә билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитовҡа бөгөндән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Башҡортостан Президенты серверында махсус электрон почта адресы булдырылған: tv@bashkortostan.ru. Һорауҙарҙы Рөстәм Хәмитов үҙе ҡараясаҡ, иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк булғандарына тура эфирҙа яуап бирәсәк.
Республика етәксеһе менән бындай форматта һөйләшеү, йәғни телеэфир аша тура диалог бишенсе тапҡыр үткәрелә. Президентҡа һорауығыҙ булһа, был саранан ситтә ҡалмағыҙ.