«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Финляндия – Башҡортостан араһы ҡыҫҡара



29.03.2013 Финляндия – Башҡортостан араһы ҡыҫҡара

Финляндияның Мәшғүллек һәм иҡтисади үҫеш министрлығында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Финляндия хөкүмәт-ара комиссияһының Төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмө ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов ҡатнашты. Республика Президенты ҡушыуы буйынса ул әлеге ил менән иҡтисади бәйләнештәр үҫешенә контроллек итә.
Ултырышта Рәсәй менән Финляндия араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре билдәләнде. Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, инвестиция әйләнеше Башҡортостан менән Финляндияның иҡтисади потенциалына тап килмәй, шуға ла хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында апрелдә Хельсинкиҙа башҡорт-фин эш төркөмөнөң ултырышы үтәсәк. Хеҙмәттәшлек йүнәлештәре машиналар эшләүҙе, IT-тармаҡ, төҙөлөш һәм логистиканы, биотехнологиялар һәм медицинаны үҙ эсенә аласаҡ, тип күҙаллана.
БР Хөкүмәте вице-премьеры «SRV Group», «Pontos Oy» корпорациялары етәкселеге менән дә осрашты. Тәүгеһе төҙөлөш-инвестиция индустрияһында лидер булып, Рәсәйгә бер миллиард евро инвестиция һалырға ниәтләй. Икенсе компания иһә оҙаҡ йылдар ҡунаҡханалар, сауҙа һәм логистик үҙәктәр төҙөүгә булышлыҡ итеүсе инвестиция фонды һанала.
Осрашыуҙарҙа БР Иҡтисади үҫеш министрлығының Финляндиялағы вәкиле Ариф Хайредин да ҡатнашҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға