«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар әҙерләнә



29.03.2013 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар әҙерләнә

“Рәсәй патриоттары” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе көҙгө һайлауға, йәғни БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға депутаттар һайлауға 200-гә яҡын кандидат күрһәтергә ниәтләй.
Был хаҡта фирҡә комитеты етәксеһе Заһир Хәкимов белдерҙе һәм уңыштарға өлгәшеү өсөн күҙаллау­ҙары менән уртаҡлашты. “Рәсәй патриоттары” һайлаусыларҙың 15 – 30 процентының тауышын йыйырға тырышасаҡ. Заһир Хәкимов, маҡсатҡа ирешеү өсөн бөтә шарттар бар, ти.
Әйткәндәй, партия республикала участка һайлау комиссиялары төҙөгәндә лә әүҙем ҡатнашҡан. 3700 вәкил тәҡдим ителеп, уларҙың 2633-ө хәл иткес тауыш биреү хоҡуғына эйә булып, комиссиялар составына индерелгән. Был “Рәсәй патриоттары” тауыш биреү һөҙөмтәһенең дөрөҫлөгөн контролләй аласаҡ тигән һүҙ.
Ошо аҙна уртаһынан БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙән (шул иҫәптә һайлау­ҙа үҙ аллы кандидат булып сығыш яһау мөмкинлеге булмаған йәмәғәт ойошмалары, әүҙем тормош позициялы кешеләр) ғаризалар ҡабул ителә башлаған. Партия етәкселеге уларҙы исемлеккә индереү-индермәү мәсьәләһен тикшерәсәк. Шулай ҙа кандидаттарҙың 50 проценты партия ағзаһы булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға