«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ил Хөкүмәте Башҡортостандағы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында хәбәрҙар



29.03.2013 Ил Хөкүмәте Башҡортостандағы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында хәбәрҙар

Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ил Хөкүмәте вәкилдәре, министрҙар менән осрашты. РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашыуҙа Башҡорт дәүләт университетын, Өфө дәүләт авиация техник университетын, Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм Башҡор­тос­тандың башҡа юғары уҡыу йорттарын үҫтереү тураһында һүҙ алып барылған.
Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә милли тикшеренеү университетын булдырыр­ға тәҡдим иткәс, Дмитрий Ливанов был тәҡдимдең министрлыҡта ҡараласағы хаҡында белдергән.
РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской менән һөйләшеү темаһы Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан алып тимер юлы күперенә тиклем Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу, «Баш­ҡортостан Уралы» биосфера резерватын үҫтереүгә арналған. Бынан тыш, Башҡортостандың Гидро­метеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығын яңыртыу кәрәклеге лә билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитов һөйләүенсә, Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу буйынса проект әҙер, дәүләт экспертизаһынан ыңғай һөҙөмтә алын­ған. Объект буйынса материалдар Федераль һыу ресурстары агентлығына тикшереүгә йүнәлтелгән. Инженерлыҡ ҡорамалдарын тө­ҙөүҙе 2013 – 2014 йылдарҙа федераль бюджет средстволарынан ҡушып финанслау мәсьәләһен хәл итәһе ҡалған.
Йылға ярын нығытып торған бетон япмалар 50 йыл элек төҙөлгән, уларҙың 50 проценттан ашыуы яңыртыуға мохтаж.
Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец менән дә осрашып һөйләшкән.
Бында, башлыса, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу, уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу, мәғариф системаһына яңы стандарттар индереү темаһы күтәрелгән.
Республикала баланы уллыҡҡа алған ғаиләләр өсөн «әсәлек капиталы» күләмендә (408 мең һум) бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә, мөмкинлектәре сикләнгән баланы уллыҡҡа алған осраҡта пособие күләме 508 мең һумға тиклем артасаҡ.
Башҡортостанда етем балалар­ҙың торлаҡ мәсьәләләре эҙмә-эҙлекле хәл ителә – былтыр төбәктә 600-ҙән ашыу бала фатир алған.
Осрашыуҙа Башҡортостан Пре­зиденты аҙ комплектлы ауыл мәктәптәрен һаҡлап ҡалыу, балалар баҡсалары төҙөү кеүек мәсьәләләр­ҙе лә күтәреп сыҡҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға