«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иғтибар үҙәгендә – Иҙел башы



26.03.2013 Иғтибар үҙәгендә – Иҙел башы

Башҡортостан Президенты Белорет ҡалаһы һәм районында булып, төбәктә яңы етештереү предприятиелары булдырыу, социаль тармаҡты һәм туризмды үҫтереү перспективалары менән танышты.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, киләһе өс йылда Белоретта ҙур ғына бер нисә предприятие төҙөләсәк. Был исемлеккә ағас эшкәртеү предприятиелары ла инә.
Туризм да – төбәктә киң үҫешәсәк тармаҡ. Морат тауындағы тау саңғыһы үҙәге лә ҡала һәм район үҫешенә арыу ғына йоғонто яһай торған урын. Быйыл бында көньяҡ һәм төньяҡ һырттан күтәрелеү ҡорамалдары ҡуйыласаҡ, яңы трассалар яһаласаҡ. Әле ҡунаҡхана, ресторан, кафелар төҙөү буйынса инвесторҙар менән һөйләшеү бара. Әйткәндәй, Морат тауына турис­тар ағымы көсәйә төшкән.
Рөстәм Хәмитов Белореттағы 2-се поликлиника хәле менән дә танышты. Был бина насар торошта, капиталь ремонт талап ителә. Әлеге медицина учреждениеһы күп халыҡ өсөн тәғәйенләнгәнлектән, проблеманы кисекмәҫтән хәл итеү мотлаҡ. Президент проект-смета документацияһын әҙерләргә, аныҡ суммаһын билдәләргә ҡушты. Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, ремонт эштәренең бер өлөшөн урындағы бюджет үҙ өҫтөнә алырға ла мөмкин.
Белоретта тағы бер социаль бинала реконструкция бара. Был – 1-се мәктәп. Былтыр ремонтҡа ябылған учреждениеның төп бинаһы быйыл беренсе сентябргә әҙер булырға тейеш. Мәктәпкә төкәтмә иһә йыл аҙағынаса төҙөлөп бөтәсәк.
Рөстәм Хәмитов “Дефицит” театр-студияһына ла инеп сыҡты. Бында профессиональ актерҙар түгел, ә һәүәҫкәрҙәр уйнай. Былтыр бинаны ремонтлауға 11 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Халыҡ үҙешмәкәрҙәр­ҙең сығышын юғары баһалай, һәр спектакль аншлаг менән үтә.
Президент төбәктең үҫеше буйынса фекер алышырға район һәм ҡала активистары менән дә осрашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға