«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



26.03.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары быйылғы яҙғы сәсеү эштәренә 43808 тонна элиталы ярауай һәм бойҙай орлоҡтары һатып алырға ниәтләй. Әле планлаштырылған күләмдең 55 проценты республика хужалыҡтарына килеп еткән. Уңыштың нигеҙендә һәйбәт орлоҡ булыуын иҫәптә тотоп быйыл хужалыҡтар­ҙың барыһы ла тиерлек тик элиталы ғына орлоҡ алыу яғын ҡарай.

Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында “Барыһы ла ирҙәр, ҡатындар һәм ғаилә хаҡында” тип аталған семинар үтте, унда 350-нән ашыу кеше ҡатнашты. Сараны республиканың ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм урындағы хакимиәт ойошторған. Бындай мөһим саралар республикала даими ойошторолоп тора һәм унда билдәле ғалимдар, табиптар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.

Өфөнөң вакансиялар банкыһында әле 17 меңдән ашыу эш урыны бар, ә баш ҡалала рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете меңдән ашыу. Эшһеҙҙәрҙең 400-ҙән ашыуы әлеге көндә хеҙмәт баҙарында ихтыяжы булған һөнәргә бушлай уҡып йөрөй. Эшһеҙ булараҡ теркәлгәндәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар күберәк.

Павловкалағы гидро-электростанцияла быйылғы ташҡынға әҙерләнәләр – ундағы гидроагрегатты ремонтлап бөткәндәр тиерлек. Әле Павловка һыу һаҡлағысында артыҡ һыуҙы ағыҙалар. Ташҡын башланыу менән гидро-электростанцияның дүрт турбинаһы ла ебәреләсәк, әлегә унда ике турбина ғына эшләй.

Башҡортостанда старт алған “Асыҡ республика” электрон ҡабул итеү бүлмәһе сиген һәм мөмкинлектәрен киңәйтә. Ин­тернет селтәре аша граждандар www.openrepublic.ru адресы бу­йынса республиканың власть органдарына ғына түгел, ә федераль ведомстволар вәкиллектәренә, атап әйткәндә, “Росре­естр”ҙың БР буйынса идаралығы һәм Федераль кадастр палатаһы филиалына мөрәжәғәт итә ала. Әлегә портал буйынса халыҡтан 1713 мөрәжәғәт килгән, шуларҙың меңдән ашыуы ҡаралыу өҫтөндә, 124-е тикшерелә һәм 356-һына яуап бирелгән.

Төркиә Республикаһында үткәрелгән Наурыз байрамында Башҡортостандан да вәкилдәр булды. Рәсми делегацияны Башҡортостан Рес­публикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкләне, шулай уҡ делегация составында БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар ине. Делегация Төркиә Республикаһы Прези­денты Абдулла Гюль менән дә осрашты.

Ошо көндәрҙә билдәле дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 180 йыл тулды. Зәйнулла ишан Учалы районынында тыуған, ул суфыйсылыҡты таратыу буйынса башҡарған эштәре менән киң билдәле. Билдәле дин әһеле мосолмандар араһында мәғрифәтселек эше менән дә киң шөғөлләнгән.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға