26.03.2013 Рауил табылды!
Этте ҡотҡарам тип, үҙе бәләгә тарыған
Дауаханала ятыусы Рауил ҡотләхмәтовтың хәлен БР Президенты Рөстәм Хәмитов белеште. “Изге эш атҡарҙың – этте ҡотҡарғанһың. Хәҙер һине бөтәһе лә белә, герой булдың. Ҙур үҫкәс, ҡотҡарыусы булырһың әле”, − тине Рөстәм Зәки улы. Рауил спорт менән шөғөлләнергә яратыуын, хатта турникта ун бер тапҡыр күтәрелеүен һөйләне. Президент хушлашҡанда малайға планшет компьютер бүләк итте.
18 мартта Рауил урам буйлап китеп барғанында канализация соҡорона төшкән этте күреп ҡала. Ялбарыулы шыңшыған хайуанды сығармаҡсы була, әммә үҙе шунда осоп төшә. Ярҙам һорап ҡысҡыра, әммә уны ишетеүсе булмай. 3,5 метр тәрәнлектәге соҡорҙан беренсе синыф балаһы түгел, оло кеше лә сыға алмаҫ ине. Рауил өс көн буйына ризыҡһыҙ-һыуһыҙ, һалҡында, этте ҡосаҡлаған килеш ултыра. Етмәһә, 18 – 21 мартта 15 градусҡа тиклем һалҡынайтҡайны.
Рауил ҡотләхмәтовтың әсәһе эсергә ярата. ҡатындың дүрт балаһында бер эше юҡ, көндәр буйы кәйеф-сафа ҡора. Ул улының юҡлығын өсөнсө көнгә генә аңлап ҡала һәм полицияға хәбәр итә. Бала юғалыуы тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә тирә-яҡҡа тарала. Петр Осипов исемле ҡар таҙартыусы малайҙы канализация соҡоронда таба һәм үҙенең бригадаһын саҡырып, баланы һәм этте сығара. Рауилдың аяҡ-ҡулы туңған, әлеге мәлдә ул республика клиник балалар дауаханаһында, хәле яҡшыра.
Полицияның бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге инспекторҙары әйтеүенсә, ғаилә күптән иҫәптә тора. Был хәлдән һуң әсә кеше әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Әлеге мәлдә Рауилдың туғандары Михайловка приютына урынлаштырылған.
Г. БИКМӘТОВА.