26.03.2013 «Капиталсылар» һаны арта
«Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында» Федераль закон тормошҡа ашырыла башлағас, Башҡортостанда 151 796 «әсәлек (ғаилә) капиталы» сертификаты тапшырылды. Был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә – икенсе, ә Волга буйы федераль округында беренсе урындабыҙ.
2012 йылда республикала 59 мең сабый тыуған. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса идаралығы былтыр 25 500 сертификат тапшырған, шуларҙың 21500-ө – икенсе, 4 меңе өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн бирелгән.
Ошо закон эшләү дәүерендә 56 мең ғаилә тулыһынса, йә өлөшләтә торлаҡ кредитын ҡаплаған, 1 539 «әсәлек капиталы» балаларға белем биреүгә йүнәлтелгән, 51 әсә сертификат аҡсаһын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә йүнәлткән.
Законға ярашлы, «әсәлек капиталы» 2016 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған сабый өсөн тапшырыла. Шул уҡ ваҡытта сертификатты алыу, уның менән файҙаланыу ваҡыты сикләнмәгән, йәғни аҡсаны 2016 йылдан һуң да тотонорға мөмкин.
РФ Пенсия фондының
БР буйынса идаралығының
матбуғат хеҙмәте.