«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Олег Матыцин – Премьер-министр урынбаҫары



22.03.2013 Олег Матыцин – Премьер-министр урынбаҫары

Олег Матыцин – Премьер-министр урынбаҫары
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Олег Матыцинды Баш­ҡортостан Республи­каһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Артабан Олег Ма­тыцинды Башҡортостан Респуб­ликаһының РФ Прези­денты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы – республика Хө­күмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйылды.
Олег Юрьевич Ма­тыцин 1970 йыл­да Мәскәү өлкәһенең Ступино ҡала­һында тыуған. К. Циол­ков­ский исемендәге Мәскәү дәүләт технология университетын, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Мос­энерго» компанияһында иретеп йәбештереүсе булып башлай. Төрлө йылдарҙа шул уҡ компанияла электромонтер, Башҡортос­тандың РФ Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең үҙәк йылытыу пункты операторы, вәкиллектең әйҙәүсе белгесе, баш белгесе, 2011 йылдан бөгөнгәсә халыҡ-ара һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе координациялау бүлеге начальнигы булып эшләй.
Башҡортостан Президентының икенсе бойороғо менән Рөстәм Вилданов Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға