22.03.2013 Өс һөйләм менән
20 – 26 апрелдә Башҡортостанда сираттағы “Парктар маршы” үтәсәк. Республикабыҙҙа 1996 йылдан башлап ойошторолған сара быйыл 10 июнгә тиклем дауам итәсәк. “Парктар маршы” барышында төбәгебеҙҙең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен таҙартыу, һаҡлау саралары күрелә.
Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында Наурыз байрамына арналған “Студент яҙы − 2013” уҙа. Унда университетта уҡыусы Башҡортостан һәм Рәсәй студенттары ғына түгел, Азия, Африка, Латин Америкаһы, Европанан килеүселәр ҙә әүҙем ҡатнашмаҡсы. Байрамға килеүселәргә ҡыҙыҡлы концерт программалары күрһәтелә, студенттар тәмле-татлы күстәнәстәр менән һыйлана ала.
Йыл башынан алып күҙәтеүҙәр буйынса, Тәтешле бер һыйырҙан бер мең килограмдан ашыу һөт һауыусы район булараҡ танылды. Быға тиклем бындай һәйбәт һауым Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондарында ғына билдәләнә ине. Дөйөм алғанда, әле республикала тулайым һауым 259400 тоннанан ашыу.
Башҡортостандың 37 районы минераль ашламалар һатып ала башланы. БР Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, республика хужалыҡтары 9825 тонна ашлама һатып алған, был − планлаштырылғандың 14 проценты. Әлеге эште башҡарыу буйынса Саҡмағош районы алда бара.
Республикала күп балалы 7528 ғаилә бушлай ер участкаһы алған. Әлеге көнгә Башҡортостанда күп балалы 36699 ғаилә бар, уларҙың 9069-ы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратҡа баҫҡан. Билдәле булыуынса, беҙҙә күп балалы йәки инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер участкалары айырым исемлек буйынса таратыла.
Кисә билдәле балерина Фирҙәүес Нафиҡованың тыуыуына 75 йыл тулды. Башҡортостанда ғына түгел, Рәс әйҙә дан яулаған талантлы артистың репертуарында классика ла, милли партиялар ҙа бар. Фирҙәүес Нафиҡова − Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.