«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Берәүҙәрҙе – йәштәр сәйәсәте, икенселәрҙе социаль мәсьәләләр борсой



22.03.2013 Берәүҙәрҙе – йәштәр сәйәсәте, икенселәрҙе социаль мәсьәләләр борсой

Беҙгә билдәле спортсы булараҡ яҡшы таныш парламентарий Рима Баталова үҙенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.
Беренселәрҙән булып депутатҡа йәштәр сәйәсәтен үҫтереү башлан­ғысы менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко мөрәжәғәт итте. Әлеге үтенес буйынса Рима Баталова документтар менән танышырға һүҙ бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, Башҡор­тостан йәштәренең ҡайһы бер тәҡдимдәре Дәүләт Думаһының профилле комитеты ултырыштарында ҡаралған һәм перспективалы тип танылған.
Депутатҡа коммерция предприятиеһы етәксеһе яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам итеү проекты менән килгәйне. Уның әйтеүенсә, проект сигендә үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн юридик консультациялар һәм семинарҙар үткәреү, шулай уҡ билдәле эшҡыуарҙар, етәкселәр һәм эксперттар менән осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған. Рима Баталова әҙерләнгән планды юғары баһаланы, төбәктә уны яҡтыртыуға булышлыҡ итергә һүҙ бирҙе.
Республикала балалар-үҫмерҙәр спортына ярҙам итеү үтенесе менән килеүсе лә булды. Депутат йәш спортсылар араһынан кадрҙар резервын әҙерләүҙе даими камиллаштырыу һәм күнекмәләр үткәреү шарттарын яҡшыртыу буйынса фе­дераль кимәлдәге саралар тураһында һөйләне. Уның буйынса эштәр ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә лә башҡарылырға тейеш.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте вәкиле депутатҡа социаль программаны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Программа күреү һәләте насар булған балаларҙың ата-әсәләре өсөн методик әсбаптар әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Рима Баталова был башланғысты хупланы һәм кәрәкле махсус әҙәбиәт туплауҙа ярҙам күрһәтәсәген әйтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға