«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ғаиләләр ныҡлы булһын



22.03.2013 Ғаиләләр ныҡлы булһын

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитетында яңы проект буйынса һөйләшеү үтте.
“Ныҡлы ғаилә” тип аталған федераль проект киләһе ике йылда ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Уның маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, татыу ғаиләләр һанын арттырыу.
Проект координаторы, вице-премьер Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, Рәсәй көслө булһын өсөн ғаилә институтын да нығытыу мөһим.
Бөгөн, үкенескә күрә, ата-әсәләре тере булып та, етемдәр иҫәбендә йөрөүсе балалар етерлек. Улар – эскесе, наркомандар балалары. Шуныһы өмөтләндерә: уллыҡҡа, тәрбиәгә алыу күренештәре арта. Ил кимәлендә етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы еңеләйтеү процесына иғтибар бирелә башланы. Шулай уҡ инвалид балаларға булышлыҡ итеү саралары ла ҡабул ителә.
“Ныҡлы ғаилә” проектын бойомға ашырыу барышында мәктәптәрҙә ғаилә тәрбиәһе буйынса дәрестәр уҙғарыу тәҡдим ителде. Бында уҡыусыларға тәү сиратта ғаиләне һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеге төшөндөрөләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға