«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Ҡала мөхите” үҙен донъя кимәлендә танытасаҡ әле



19.03.2013 “Ҡала мөхите” үҙен донъя кимәлендә танытасаҡ әле

“ҡала мөхите” социаль реклама фестивале Бөтә донъя иҡтисад форумының һайлап алыу турына үтте. Хәҙер ул социаль реклама проекттарының “Именлек өсөн ижад” халыҡ-ара ижади кон­курсында еңеүгә дәғүә итәсәк.
Конкурстың ойоштороу комитетынан әйтеүҙәренсә, тәүге этапта бихисап илдән йөҙҙән ашыу проект тәҡдим ителгән, шуның 23-ө – Рәсәйҙән. Күптәр һаулыҡ, мәғариф, фән, мәҙәниәт, экология, спорт темаларына өҫтөнлөк биргән.
“ҡала мөхите” Өфө фестивале 2005 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡытта ул бик күп социаль проектҡа башланғыс бирҙе. Унда Рәсәй һәм сит илдәр­ҙән меңдән ашыу кеше үҙен һынаны. Йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта ғына, мәктәп уҡыусыларынан алып хаҡлы ялдағыларға тиклем үҙ эштәрен ебәрә.
Ә хәҙер Өфө фестиваленә Воронеж, Ижевск, Екатеринбург, Красноярск, Санкт-Петербург, Сорғот һәм башҡа ҡалаларҙың социаль реклама компаниялары менән ярышырға тура киләсәк.
“Именлек өсөн ижад” халыҡ-ара конкурсының һөҙөмтәһе апрелдә билдәле буласаҡ.

“ҡала мөхите” фестиваленең
ойоштороу комитеты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға