«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



19.03.2013 Донъя яңылыҡтары

Тарихтан яңы дәреслек буласаҡ
Илебеҙҙең мәғариф министры Дмитрий Ливанов, Рәсәй буйынса берҙәм дәреслек бер йыл эсендә әҙерләнәсәк, тип белдергән.
Мәктәптәр өсөн тарих буйынса яңы дәреслекте Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында Рәсәй Прези­денты Владимир Путин әҙерләргә ҡушҡайны. Ил башлығы фекеренсә, ул төрлө йәшкә иҫәп тотоп, Ватан тарихының эҙмә-эҙлекле логикаһы сиктәрендә, бер ваҡиғаны ла ситтә ҡалдырмай, уның һәр бер битенә ихтирам йөҙөнән яҙылырға тейеш. Мәғариф министры иһә, тарих дәреслеге сәйәсмәндәр түгел, ә иң яҡшы Рәсәй тарихсылары тарафынан яҙыласаҡ, сөнки тарих – ул фән, тип ышандырған.

Төрмәнән вертолет менән ҡаса башланылар

Канадала тотҡондағы ике кеше вертолет менән төрмәнән ҡасҡан.
Һауа судноһында кеше тот­ҡондағыларға арҡан ырғыт­ҡан, улары иһә шуға йәбешеп менеп, иреккә сығырға маташ­ҡан. Әммә улар бик алыҫҡа ҡасып өлгөрә алмаған. Төрмәнән 85 саҡрымда осоусыһы менән бергә вертолетты табалар. Һуңыраҡ полиция тағы өс кешенең, шул иҫәптән төрмәнән ҡасыусыларҙың берәүһенең ҡулға алыныуы тураһында хәбәр итә.

ҡатын-ҡыҙҙың иң матур сағы ҡасан?

Ғалимдар ҡатын-ҡыҙҙың иң матур йәшен асыҡлаған.
Британия тикшеренеүселәре, гүзәл заттың иң матур сағы 31 йәштә, тигән фекергә килгән. Тәбиғи матурлығы, үҙ-үҙенә ышанысы, үҙенсәлекле стиле менән ул оло йәштәге ҡатындар­ҙан да, йәш ҡыҙҙарҙан да күпкә айырыла. Тәжрибәлә ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан. Уларҙың өстән ике өлөшө, ысын матурлыҡ йылдар үтеү менән килә, тигән фекерҙә. Яртыһынан күбеһе ваҡыт үтеү менән генә үҫмер саҡтағы кәмселектәренән ҡотола алыуын белдергән.

Авитаминоз балыҡтан һәм саф һауанан ҡурҡа

Күптән көтөлгән яҙҙың бигүк күңелгә ятмаған авитаминоз тигән ауырыуы ла бар.
Ғалимдар был сирҙән ҡотолоу өсөн балыҡ, салат япрағы, йәшелсә-емеш, ҡарабойҙай ашарға һәм мотлаҡ саф һауала йөрөргә ҡуша. Яҙ етеү менән күптәр хәлһеҙлек, организмда витамин етешмәүен тоя башлай. Был – тәбиғи хәл, сөнки ҡыш дауамында организмда Д витамины етерлек бүленмәй, төрлө ауырыуҙар, хәлһеҙлек һәм кәйеф төшөү тап ошонан килә. Әммә унан яҡшы итеп туҡланып һәм күберәк саф һауала йөрөп ҡотолорға мөмкин.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға