«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ишембай районы һәм ҡалаһы үҫәсәк



19.03.2013 Ишембай районы һәм ҡалаһы үҫәсәк

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткән шәмбелә Ишембай районы һәм ҡалаһына барып, ундағы социаль объекттар һәм сәнәғәт предприятиелары менән танышты, төбәктең үҫеше, проблемалары хаҡында эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарҙы.
Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы тармағына һәр ваҡыт ентекле иғтибар бирергә кәрәклегенә баҫым яһаны. Президент фекеренсә, фермаларҙы яңыртыу, бойҙай культуралары үҫтереү – аграр секторҙың мөһим йүнәлештәре. Айырыуса һөт етештереү буйынса эшмәкәрлекте үҫтереү мөһим.
– Һөт – ауыл хужалығының иң килемле продукты, – тине Рөстәм Зәки улы. – Мәҫәлән, инглиз фермаһында һөттөң үҙҡиммәте литрына туғыҙ һум, белорустарҙа – ете, ә беҙҙә 15 – 20 һумға барып баҫа. Ауыл хужалығын яңыртмай тороп, Көнбайыш предприятиелары менән ярыша алмайбыҙ.
Ишембай районы «500 ферма» программаһына әүҙем ҡушылырға тейеш. Былтыр республикала уны бойомға ашырыу барышында 70 яңы ферма төҙөлгән, быйыл йәнә 120-не төҙөү күҙаллана.
Малсылыҡ менән бер рәттән, игенселекте лә алға ебәреү яйын ҡарарға кәрәк, тигән фекерҙә Президент. Республикала теләһә ниндәй көн торошо шарттарында ла өс миллион тонна иген йыйылырға тейеш. Сөнки беҙҙең эске ҡулланыуға ике миллион тонна талап ителә, ә бер миллионын һатыуға сығарырға була. Әлегә техника, технологиялар, фән – барыһы ла булһа ла, беҙ улай эшләргә өйрәнмәгәнбеҙ. Көн торошона һылтанырға хоҡуғыбыҙ юҡ.
Былтыр Ишембай районы ҡоролоҡтан зыян күргән. Шунлыҡтан 12 миллион һум компенсация алған. Быйыл орлоҡ алыуға, баҫыу эштәрен үткәреүгә ярҙам күрһәтеләсәк.
Төбәктә ҙур ғына инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу көтөлә. Шуларҙың береһе – гидроманипуляторҙар етештереү буйынса махсуслашҡан (нефть-газ комплексы, коммуналь хужалыҡ, энергетика предприятиеларында, юл һәм төҙөлөш ойошмаларында һәм башҡа өлкәләрҙә киң ҡулланыла) «ИНМАН» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен киңәйтеү. Был маҡсатҡа Австрияның «Palfinger» концерны 22 миллион евро һалырға әҙер.
Әйткәндәй, «ИНМАН» – илдә гидроманипуляторҙар етештергән берҙән-бер предприятие. Бындай продукция етештереү буйынса донъяла лидер – үрҙә телгә алынған концерн. Ишем­бай манипуляторҙары Рәсәй һәм БДБ илдәренә оҙатыла. Айына 80 миллион һумлыҡ продукция етештерелә. Бөгөн Ишембай һәм Салауат ҡалаларында «ИНМАН» предприятие­һының ике майҙансығы эшләй, һәр береһе дүрт мең квадрат метр тәшкил итә.
Тағы бер проект – энергияны һаҡсыл ҡулланыусы яҡтыртыу продукцияһы (LED-продукция) етештереү буйынса. Ул да Ишембай иҡтисадына арыу ғына уңыш килтермәксе. Бынан тыш, «ҡуштау» тау саңғыһы курортын төҙөү мөмкинлеге лә ҡарала. Белорет районы миҫалынан сығып фекер йөрөтһәк, турис­тар­ҙы йәлеп итеү өсөн ул шәп кенә сәбәп буласаҡ. Президент белдереүенсә, Белоретта тау саңғыһы юлы барлыҡҡа килеү менән шыуыусылар һаны тиҙ үк ике тапҡырға артҡан, ҡунаҡханалар, кафе эше әүҙемләшкән, аҡса килә башлаған.
Тиҙҙән Ишембайҙа заманса медицина ҡаласығы буласаҡ. Киләһе өс йылда ҡалала ҙур бала табыу йорто ла төҙөләсәк. Артабан балалар баҡсаларына сиратты ҡыҫҡартыу саралары күреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға