«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күршеләргә ... самолетта



15.03.2013 Күршеләргә ... самолетта

Волга буйы федераль округында төбәк-ара авиапассажирҙар ташыу буйынса пилот проекты ғәмәлгә ашырыла башланы.
Башҡортостан Хөкүмәте был программала ҡатнашыусы һауа транспорты ойошмаларына 30 миллион һум күләмендә компенсация бүлергә ниәтләй. Федераль бюджеттан да субсидиялар бүлеү тәртибе раҫланған. ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы, программаны үтәү барышында пассажир билет хаҡының 50 процентын ғына түләй, ҡалғанын федераль һәм төбәк бюджеты ҡаплай.
Әле Өфө − ҡазан рейсы асылған. «ЮТэйр» авиакомпанияһы Bombardier CRJ − 200 самолеты менән ике арала аҙнаһына ете тапҡыр пассажирҙар ташый. Дөйөм билет хаҡы 5,5 – 6,5 мең һум булһа ла, проектҡа ярашлы, пассажир уның өсөн 2,7 – 3,7 мең һум самаһы аҡса түләй.
Быйыл апрелдән ноябргәсә «Өфө» аэропортынан федераль округтың тағы ла 12 ҡалаһына рейс асыласаҡ. Исемлектә Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Ульяновск һәм милли республикалар­ҙың баш ҡалалары бар.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға