«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Лайыҡлы хеҙмәткә – тейешле баһа



15.03.2013 Лайыҡлы хеҙмәткә – тейешле баһа

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ошо округҡа ҡараған төбәктәрҙең бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Уның ҡулынан Өфө ҡалаһының 30-сы балалар спорт мәктәбе табибы Михаил Давыдович – “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылынан педагог Рәйсә Мофазалова “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр алды.
***
Тағы бер һөйөнөс – Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Өфөнөң 2-се педагогия колледжы уҡытыусыһы Роберт Абдрахман улы Заһретдинов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға