«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



15.03.2013 Өс һөйләм менән

Быйыл Башҡортостанда 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә ниәтләйҙәр. Үткән йылдағы кеүек үк, индивидуаль торлаҡ төҙөүгә ҙур иғтибар бүленәсәк, 2012 йылда әүҙем үҫешкән “Яңы Булгаково”, “Максимовка”, “Инорс – 4” кеүек микрайондарында быйыл да бик күп фатир файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Һуңғы өс йылда инженер коммуникациялары өсөн республика бюджетынан өс миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Тикшереүҙәр асыҡлауынса, республика халҡының 48 проценты ғына күрһәтелгән медицина хеҙмәтенең сифаты менән ҡә­нәғәт. Күпселек осраҡта пациенттарҙы табиптарҙың битарафлығы, илтифатһыҙлығы борсой. Шуға ла хәҙер аҡ халатлыларҙы ауырыуҙар менән һөйләшергә өйрәтергә булғандар, Республика клиник психотерапия үҙәге белгестәре коллегалары өсөн махсус тренингтар үткәреү программаһын төҙөйәсәк.

Башҡортостандың статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республикала 2013 йылдың тәүге ике айында эш хаҡы буйынса бурыс күләме 26,5 миллион һумға еткән. 1 мартҡа ҡарата бирелгән отчеттар шуны һөйләй – төбәктә 200 предприятие эш хаҡын ваҡытында түләмәй, һөҙөмтәлә 3956 эшсе аҡсаһыҙ интегә. Эш хаҡын ваҡытында түләүҙе ойоштормаған бөтә етәкселәр ҙә иҫкәртелгән.

Башҡорт дәүләт аграр университетында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында эшләүсе ауыл хужалығы белгестәре өсөн семинар уҙҙы. Унда бик күп белгес йыйылып кәңәш ҡорҙо, пландар төҙөнө. Артабан төньяҡ-көнсығыш райондарҙың бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында малсылыҡ, иҡтисад һәм үҫемлекселек буйынса фәнни тикшеренеүҙәр ҙә ойоштороласаҡ.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, мәктәптәр­ҙә яҙғы каникул башланғас, абитуриенттар өсөн бушлай дәрестәр үткәреләсәк. Курстар, башлыса, гуманитар фәндәрҙән ойошторола. Уларға йөрөү өсөн 8 (347) 273-38-81 телефоны буйынса шылтыратып, алдан яҙылырға кәрәк.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға