«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бюджет дефициты шарттарында нисек эшләргә?



15.03.2013 Бюджет дефициты шарттарында нисек эшләргә?

Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы кәңәшмәһе эре һәм урта эшҡыуарлыҡ проблемаларына, сәнәғәт етештереүсәнлеген көйләүгә арналды.
Президент Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, былтырғы йыл республика иҡтисады өсөн уңышлыраҡ булһа ла, быйыл ауырға төшөүе ихтимал. Етмәһә, беҙҙә ярайһы ҙур сығымдар талап ителгән социаль бурыстар ҡуйылған. Быға эш хаҡын үҫтереүҙе индерергә мөмкин. Мәҫәлән, 2012 йылда уртаса хеҙмәт хаҡы 18,5 мең һумдан 20,5 мең һумғаса күтәрелгән. Ә инде 2013 – 2015 йылдарҙа ла уны арттырыу сығымдары 84 миллиард һумға етергә тейеш. Бюджетта был сумманың яртыһы тиерлек бар, ҡалғанын ҡайҙан алырға, тигән һорау тыуа. Шуға ла иҡтисади яҡтан үҫеште, сәнәғәт етештереүе күләмен арттырыуҙы ҡарарға кәрәк.
Бюджет дефициты арҡаһында бизнесҡа ла тейешенсә булышлыҡ итеү, йәғни финанс ярҙамы күрһәтеү сикләнгән. Әйткәндәй, быйыл бюджет дефициты 12,5 миллиард һум тәшкил итә.
Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ҡануниәт мөмкинлектәрен файҙаланыу ҙа дөрөҫ булыр ине. Был йәһәттән республика парламентарийҙарына эш етерлек. Иң мөһиме − етештереүсәнлекте арттырыу мәсьәләләрендә булған кәртәләрҙән баш тартыу, кәметеү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға