«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төбәкте үҫтереү эшен тиҙләтеү зарур



15.03.2013 Төбәкте үҫтереү эшен тиҙләтеү зарур

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Көньяҡ Урал төбәген иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта ваҡытҡа иҫәпләнгән комплекслы программа тейешле темпта ғәмәлгә ашырылмай. Ошо темаға арналған ултырышта Рөстәм Зәки улы үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
Көньяҡ Урал райондарының тәбиғәт-климат шарттары, иҡтисады, инженер һәм транспорт инфраструктураһы республиканың башҡа төбәктәренән ҡырҡа айырылып тора. Бөгөн был тарафтарҙа 334 меңгә яҡын кеше йәшәй. Был − Башҡортостан халҡының 8,2 проценты. Төбәк майҙаны республика биләмәһенең 28 проценты самаһын биләй.
Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа сәнәғәт тармаҡтарының тейешле кимәлдә үҫешмәүе эш урындары етмәүгә, мәшғүллек кимәленең түбән булыуына һәм халыҡтың башҡа төбәктәргә күпләп китеүенә килтерә. Шул уҡ ваҡытта һуңғы ике йылда 2500 яңы эш урыны булдырылған. Әммә, Сибайҙан тыш, төбәктең башҡа райондарында эшһеҙлек кимәле уртаса республика күрһәткестәренән юғарыраҡ булып ҡала. Мәҫәлән, былтыр Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр һәм Бөрйән райондарында эшһеҙҙәр, 2011 йыл менән сағыштырғанда, күбәйгән.
Шуға ла бөгөн был райондар алдында торған төп бурыстарҙың береһе – социаль-иҡтисади йәһәттән үҫеш кимәлен арттырыу. Уңышлы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн, әлбиттә, кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Ә белгестәр райондарға ҡайтһын өсөн, улар­ға тейешле шарттар булдырыу бурысы тора. Был тәү сиратта − торлаҡ һәм тейешле хеҙмәт хаҡы.
– Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарының аграр төбәк кенә түгел, ә сәнәғәт төбәге булыуын да аңлайбыҙ. Ҙур сәнәғәт предприятиеларының йоғонтоһо ла булырға тейеш. Уларҙың мөмкинлектәрен әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк, – тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, тиҙҙән был яҡтарҙа Икенсе төбәк-ара инвестиция форумын үткәреү күҙаллана. Тәүгеһе былтыр июндә Сибайҙа уҙғайны. Ул сарала Башҡортостан Хөкүмәте, райондар хакимиәттәре һәм инвесторҙар араһында 11 килешеү төҙөлгән, инвестициялар күләменең дөйөм хаҡы 7,6 миллиард һум буласаҡ, тип билдәләнгән булған. Әле проектты бойомға ашырыу барышында 830 миллион һум аҡса үҙләштерелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға