«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Юл хәрәкәте менән интеллектуаль система идара итергә тейеш»



15.03.2013 «Юл хәрәкәте менән интеллектуаль система идара итергә тейеш»

«Өфөгорсвет» муниципаль унитар электр селтәрҙәре предприятиеһы етәкселеге менән шар­шам­была үткән осрашыуҙа БР Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов светофор хужалығы һәм ҡаланы яҡ­тыртыу системаһын модернизациялау тура­һында фекер алышты.
Рөстәм Зәки улы Өфөнөң урам­дар­ҙы яҡтыртыу һәм светофор хужалығы үҙәгендә булды һәм свето­фор­ҙарҙы программалау һәм тест үткәреү системаһы менәнтанышты.
«Өфөгорсвет» предприятиеһы светофорҙар менән урам яҡтыртыу системаһын яңыртыуҙы энергияны артыҡ исрафлаған элекке лампалар­ҙы заманса яҡтылыҡ диодлыларына алмаштырып башҡара. Был ысулды ҡулланыу энергияны һаҡсыл тото­нор­ға булышлыҡ итә. Предприя­тиеның генераль директоры Олег Маликов белдереүенсә, ике йыл эсендә модернизация һөҙөмтәһендә ҡалала 1,3 млн мегаватт электр энергияһы (аҡса нисбәте менән һанағанда, 17,5 млн һум) янға ҡалдырылған. Әгәр ҙә элек урамдар­ҙы яҡтыртыуҙа 450 ватт ҡеүәтендәге лампалар ҡулланылһа, хәҙер инде 250 ваттлылары ла етә. Яңы лампаларҙың эшләү ваҡыты ла күберәк – 5 – 7 йыл, хаҡтары ла шул уҡ: 250 – 300 һум. Әлеге ваҡытта Өфөлә барлыҡ светофорҙарҙың сирек өлөшө яңыртылған. Улар махсус контрол­лер­ҙар менән йыһазландырылған һәм диспетчер пункты менән туранан-тура бәйләнештә тора. Әгәр ҙә светофор сафтан сыҡһа, махсус төркөм уны тиҙ арала йүнәтә.
Рөстәм Хәмитов ҡаланың светофор хужалығы эшенең нисек ойошторолоуы менән танышҡас, заманса интеллектуаль идара итеү системаларын индереүгә иғтибар итергә кәрәклеген белдерҙе. Ул Көньяҡ Корея тәжрибәһен миҫалға килтерҙе.
− Сеул ҡалаһында биш миллион кеше йәшәй, автомобилдәр һаны беҙҙекенә ҡарағанда биш тапҡырға күберәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда юл тығындары юҡ, – тип белдер­ҙе Президент.
Ваҡытты кире һанау системаһы булған яңы светофорҙар юл-транспорт фажиғәләрен ике мәртәбәгә кәметте. БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғил­метдинов әйтеүенсә, бындай светофорҙарҙы баш ҡаланың бөтә урамдарына ла ҡуйырға кәрәк.
Киләсәктә светофор системаһын видеокамералар менән тулыландырыу күҙаллана. Был осраҡта камералар автомобилдәр ағымын күҙәтәсәк, ә светофорҙар менән идара итеүсе интеллектуаль система хәрәкәт менән ҡабул ителгән мәғлүмәткә ярашлы идара итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға