«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



08.03.2013 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Рәсәйҙә беренселәрҙән булып 2013 йылда урман янғындарын һүндереү планын яҡлап сыҡҡан. Был документ республика биләмәләренә ҡараған урман фондындағы янғындарҙы алдан иҫкәртеү, улар­ҙы булдырмаҫҡа тырышыу өсөн саралар күрергә кәрәклеге тураһында һөйләй. Эксперттар әйтеүенсә, алдан план төҙөү бик сетерекле һәм ауыр эш, әммә үҙен аҡлай.

13 – 15 мартта Өфөлә төҙөлөш, коммуналь хужалыҡ, энергетика өлкәһендә эш тәҡдим итеүсе вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Был сараны баш ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ойоштора, йәрминкәгә килеүселәргәшунда уҡ юридик ярҙам алыу мөмкинлеге лә бирелә. Вакансиялар йәрминкәһе Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ағзалары ҡоштарға ҡағылышлы закондарға үҙгәрештәр индерә. Быға тиклем һунарсылыҡ хужалығына һәм хайуандар донъяһына зыян килтереүсе ала ҡарға, һайыҫҡан, ҡара ҡарға һәм мышар барҡылдаҡтарын атырға кәрәклеге тураһында һүҙ бара ине. Хәҙер ҡара ҡарғалар­ҙы ғына һунар ресурсы итеп ҡалдырырға булғандар.

Республикабыҙҙа ауыл хужалығы продукцияһын күмәртәләп һатыу өсөн махсус үҙәк ойоштороласаҡ. Был ‒шәхси хужалыҡтар, фермерҙар етештергән продукцияны туплау һәм артабан һатыу өсөн эшләнә. Әлеге ваҡытта беҙҙә 4500 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 600 мең тирәһе шәхси хужалыҡ бар.

20 – 24 апрелдә республиканың бөтә район һәм ҡалаларында Европа иммунлаштырыу саралары үтәсәк. Был – халыҡҡа төрлө инфекциялар эләктермәҫ өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеген аңлатыу өсөн ойошторолған сара. Беҙҙә йыл һайын ике миллиондан ашыу кеше төрлө инфекцияларға ҡаршы прививкалар эшләтә.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға