«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 2018 йылда – 38 774 һум!



13.03.2013 2018 йылда – 38 774 һум!

Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 2018 йылға 38774 һумға тиклем, йәғни ике тапҡырға тиерлек артырға тейеш. Был республикабыҙҙың 175 мең бюджетсыһына ҡағыла.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында билдәләнеүенсә, эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе республикала эҙмә-эҙлекле хәл ителә. Белеүегеҙсә, 2012 йылдың 1 июленән ошо категорияға ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы 14 процентҡа арттырылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға