«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвалидты эшкә алмаған өсөн штраф күләме арттырылды



08.03.2013 Инвалидты эшкә алмаған өсөн штраф күләме арттырылды

Быйыл Башҡортостанда инвалидтар өсөн 176 эш урыны булдырыу күҙаллана. Ошо маҡсатта субсидиялар ҙа ҡаралған. Бер урынға уртаса субсидия күләме – 66,2 мең һумға тиклем.
Инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән төп сараларҙың береһе – эш урынына квота бүлеү. 2012 йылда республикала планлаштырылған 9335 квотаның 6002-һенә кеше алынған.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта «Рәсәй Федерацияһында инвалидтар­ҙы социаль яҡлау тураһында» Федераль законға ҡайһы бер үҙгәрештәр индереү ҡарала. Үҙгәрештәр квота буйынса эшкә алырға бурыслы эш тәҡдим итеүселәр һанын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Ә квота иҫәбенә эшкә урынлашырға теләгән инвалидты эшкә алмаған өсөн штраф күләме 10 мең һумға тиклем арттырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға