«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ һөнәрҙәре үҫергә тейеш



08.03.2013 Халыҡ һөнәрҙәре үҫергә тейеш

Башҡортостанда тиҙҙән художестволы халыҡ һөнәрҙәре үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал. Республика Президенты фекеренсә, ул төбәктең визит карточкаһына әйләнер ине.
“Ағиҙел” башҡорт художестволы халыҡ кәсептәре предприятиеһы хаҡында бөтәһе лә белә. Рөстәм Хәмитов та бында булып, эш-торош менән танышты. Әле предприятиела 500-ләгән төрҙәге миниатюра живопись әҫәрҙәре, биҙәлгән аш-һыу бүлмәһе һәм түшәк кәрәк-яраҡтары йыйылмалары, батик техникаһы менән башҡарылған кейем, геральдикалы изделиелар һ.б. етештерелә. Коллективта 190 кеше эшләй.
Халыҡ кәсептәрен таратыу, ситтә лә нығыраҡ танытыу Башҡортостанды рекламалау ҙа булыр ине. Беҙҙә һөнәрмәндәр, оҫталар етерлек, уларҙы бер урынға туплар өсөн ижади үҙәк булдырыу ҙа урынлы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға