«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хәйерле сәғәттә, “Әсә һәм бала”



12.03.2013 Хәйерле сәғәттә, “Әсә һәм бала”

Хәйерле сәғәттә, “Әсә һәм бала”
Республиканың баш ҡалаһында яңы перинаталь үҙәк төҙөлөшөнә нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. Был сарала Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. “Мать и дитя” клиникалары селтәренә ҡараған үҙәк супер заманса бина буласаҡ.
− Бындай клиника беҙгә бик күп сәбәптәр буйынса кәрәк, − тине Президент. – Тыуым­дың ар­тыуы күҙәтелә – былтыр ғына республикала 60 меңгә яҡын бала тыуған. Әле лә демография хәлен яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Был – властың төп бурысы. Өфөлә ошондай заманса клиника төҙөлөүе – ҙур шатлыҡ.
Яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы баш ҡаланың Октябрь ра­йоны биләмәһендә − 21-се ҡала дауаханаһынан алыҫ түгел урында төҙөлә.
Әлеге ғаилә медицина үҙәге 2015 йылда ишектәрен асыр, тип көтөлә. Клиникалар селтәренең директорҙар советы рәйесе Марк Курцер белдереүенсә, бында 95 урынлыҡ бала табыу йорто, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы ҡарау, гинекология, лаборатор-диагностик бүлектәр, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте урынлашасаҡ. Бынан тыш, көпшә күҙәнәктәре (стволовые клетки) банкын асыу ҙа күҙаллана.
Объектҡа өс миллиард һумдан ашыу аҡса һалынасаҡ. Был инвес­тиция проектын бойомға ашырыу йылына 3,5 мең балаға ғүмер биреү һәм 15 меңләп кешегә юғары квалификациялы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә, 600 белгескә эш урыны булдырыла.
Әйткәндәй, “Мать и дитя” клиникаһы өфөләргә таныш – Сипайлово биҫтәһендә ҡатын-ҡыҙ һәм ғаиләнең репродуктив һаулығын һаҡлау йүнәлешендә эшләүсе ошо исемле дауахана 2009 йылда асылғайны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға