12.03.2013 Өс һөйләм менән
Республика урамдарын, шул иҫәптән баш ҡаланыҡын да көрт баҫты. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар күп яуыу сәбәпле, әле урамдарҙа техника көсөргәнешле режимда эшләй. Улар иң тәүҙә социаль объекттар – дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары тирәһен ҡарҙан таҙарта.
Баҡтиһәң, илдең иң оптимист кешеләре Өфө, ҡазан һәм Ижевск ҡалаларында йәшәй икән. Быны “Росгосстрах” компанияһының стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге бөтә ил халҡы ҡатнашлығында социаль тикшереүҙәр ойоштороп асыҡлаған. Дөйөмләштереп алғанда, ил халҡының 61 проценты киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй, ә бына Волгоград, Воронеж, Липецк ҡалаларында пессимизмға бирелеүселәр бик күп.
15 – 16 мартта Башҡортостандың бөтә һалым инспекциялары ла граждандар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” ойоштора. Унда ҡатнашыусылар Рәсәйҙең һалымға ҡағылышлы закондарын ентекләберәк өйрәнеү, декларациялар тултырыу, ошо темаға ҡағылышлы лекциялар тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ консультанттар килгән һәр кемгә һалым түләгән ваҡытта документтарҙы дөрөҫ тултырырға өйрәтәсәк.
21 – 22 мартта Өфөлә “Банкылар. Процестар. Стандарттар. Сифат” тип аталған фәнни-ғәмәли конференция үтәсәк. Был сара беҙҙә туғыҙынсы тапҡыр ойошторола һәм Башҡортостандың Милли банкыһында буласаҡ. Конференцияла пленар ултырыштар ҙа буласаҡ.
Башҡортостан вәкилдәре эш сәфәре менән Иран Республикаһына барҙы. Сәфәр барышында ике республика араһында фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса килешеү төҙөлгән. Беҙгә Ирандан дин буйынса дәрес биреү өсөн уҡытыусылар киләсәк.
Балтас районында “Тыуған яҡ моңдары – 2013” тип аталған башҡорт, татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы үтте. Бәйгегә тәҡдим ителгән бөтә эстрада йырҙарының да музыкаһын һәүәҫкәр артистар яҙған. Ижади ярышҡа райондың төрлө ауылдарынан 218 ҡатнашыусы килгән, улар араһында айырым йырлаусылар ҙа, ансамблдәр ҙә бар.
28 мартта “Янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң шәп белгес – 2013” республика конкурсы уҙасаҡ. ҡыҙыҡлы бәйге алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда ҡатнашыусылар ике номинация буйынса көс һынашасаҡ, сәнәғәт предприятиелары һәм социаль тармаҡта эшләүсе янғын һүндереүселәр айырым ярышасаҡ.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.