12.03.2013 Хәрби үткәнебеҙ – китапта
“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексында “Башҡорттарҙың хәрби тарихы” исемле яңы китап донъя күрҙе. Энциклопедия башҡорт халҡының хәрби юлына ҡағылышлы тарихи, фольклор, мәҙәни материалдарҙан тупланған. Китаптың баш мөхәррире – билдәле тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров. Ошо көндәрҙә нәшриәттә китаптың исем туйы үтте.
Энциклопедияны сығарыу тураһында ҡарар 2009 йылдың аҙағында ҡабул ителә, мөхәрририәт туплана. 2012 йылдың майында уҡ йыйынтыҡ әҙер була.
– Китапты 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына сығарырға ниәтләгәйнек. Әммә аҡса бүленмәү сәбәпле, был эш кисектереп торолдо, – ти нәшриәттең генераль директоры Уйылдан Сәйетов. – Китап 3 мең дана тираж менән баҫылып сыҡты.
Энциклопедияны әҙерләүгә, сығарыуға барлығы 3 миллион һум аҡса тотонолған. Баҫма өҫтөндә 87 автор эшләгән. Йыйынтыҡҡа 887 мәҡәлә, 383 иллюстрация ингән.
Әнүәр Закир улы әйтеүенсә, яңы баҫма уникаль хеҙмәт булып тора. Күрше төбәктәрҙә ундай энциклопедия әлегә юҡ. Китап башҡорттарҙың иң мөһим һыҙаттарының береһен – яугирлығын сағылдыра, шуға күрә халҡыбыҙ бындай китапҡа лайыҡ, тип билдәләне ғалимдар.
Энциклопедияла, тарихи материалдарҙан тыш, хәрби йырҙар ҙур ғына урын алып тора. Шулай уҡ башҡорттарҙың хәрби кейеменә айырым иғтибар бүленә.
– Башҡорт, ниндәй генә заман булмаһын, һәр ваҡыт йыр ижад иткән. Яуҙа, алыҫ походтарҙа ла йыр уның юлдашы булып торған. Китапҡа музыка сәнғәте лә инеп китеүе яҡшы күренеш, – тине музыка белгесе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Гөлназ Ғәлина.
Күп кенә тарихи мәғлүмәт тәүге тапҡыр донъя күрә. Сөнки сығанаҡтарҙың байтағы архивтарҙан эҙләп табыла.
– 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20 полктың һәр береһенә айырым мәҡәлә бағышланған. Шулай уҡ билдәле булған полк командирҙарының биографияһы, орден-миҙалдар менән бүләкләнгән яугирҙар хаҡында мәғлүмәт бирелә, – ти хәрби тарихсы, БДУ доценты Рәмил Рәхимов. – Материалдарҙың күбеһе – граждандар һуғышы тураһында. Башҡорттарҙың ҡыҙылдар, аҡтар ғәскәрҙәрендә лә ҡатнашыуы яҡтыртыла.
Ғөмүмән, хеҙмәттә XVI быуаттан алып XX быуатҡа – Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге яу юлы сағылдырыла. Уҙған быуаттың икенсе ярты йыллығы алынмаған, сөнки ул ваҡытта инде милли ғәскәрҙәр тупланмай.
– Хронологик тәртиптә ҡараһаҡ, мәҡәләләрҙе боронғо дәүергә, Рәсәй составындағы осорға, 1812 йылғы Ватан һуғышы, граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорҙарына бүлергә була, – тип һөйләй тарихсы, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми-нәшриәт комплексының генераль директорының ғилми-нәшриәт эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Азат Ярмуллин. – Энциклопедияла картографияны баҫтырыуға айырым иғтибар бирҙек. Хәрби карталарҙың байтағын ошо хеҙмәттә генә табырға була. Шулай уҡ хәрби документтарҙың күсермәләрен, фотоларҙы, хәрби гәзиттәрҙе бирҙек. Китапта ғәскәрҙәр атамаһы, хәрби байраҡтар ҙа күрһәтелә.
Яңы баҫманың донъя күреүе – халҡыбыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Энциклопедия тарих фәненә, мәҙәниәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индерер.
Мөнир ИҡСАНОВ.