«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Химиктар премия алды



05.03.2013 Химиктар премия алды

Бына бер нисә көн элек РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Мед­ведев Фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияларын тапшырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Лауреат­тар араһында “Башҡортос­тан химияһы” (“Башкирская химия”) асыҡ акционер йәмғиәте генераль ди­рек­торы Надежда Пинигина, Рәсәй Фән­дәр академияһының П. Шир­шов исемендәге океанология институты директоры Роберт Ниғ­мәтуллин, “Сода” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре бар.
Уларҙың эше сода һәм төҙөлөш матераиалдары етештереүҙе модернизациялауға, сеймал һәм энергетика ресурстарын экономиялауға, тирә-яҡ мөхиткә кире тәьҫирҙе кәметеүгә арналған.
Абруйлы премия тағы ла “Газпром”, “Роснефть”, “Татнефть” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәттәре етәкселәренә тапшырылған. Тәҡдим ителгән проекттарҙа еңеүселәр, башлыса, экология мәсьәләләренә арналған эштәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға