«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



05.03.2013 Донъя яңылыҡтары

Алты үҫмерҙең ғүмере – ҡар аҫтында
Тыва Республикаһында ете уҡыусы ҡар аҫтында ҡалған.
Ваҡиға республиканың иң алыҫ райондарының береһендә була. Боронғо йола буйынса уҡыусылар бәхет әләме ҡағыу өсөн ауылдан 17 саҡрым алыҫлыҡтағы тауға юллана. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡар шыуып төшөп, улар ҡар аҫтында ҡала. Араларындағы берәүһе генә ҡар баҫымынан ҡотолоп сығып, был хәл тураһында ата-әсәһенә хәбәр итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, ҡар өйөмөнөң бейеклеге 5 – 6, киңлеге – 200 һәм оҙонлоғо 600 метр. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар эшләй, уларға урындағы халыҡ ярҙам итә. ҡотҡарыу эшенә барлығы 140-тан ашыу кеше һәм 25 техника берәмеге йәлеп ителгән.

Тышта яҙ, әммә ҡыш үҙенең көс-ғәйрәтен ташламай

Камчаткала яңыраҡ өс турист туңып үлгән.
Дүшәмбелә иртүк ҡотҡарыусыларға “Альпика” турист агентлығының директоры дүрт турис­тың номерҙарына әйләнеп ҡайтмауы тураһында хәбәр итә. Һигеҙ ҡотҡарыусы юғалған кешеләрҙе эҙләргә сыға, уларға “Альпика” хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, туристар тирә-яҡты ҡарап килеү маҡсатында сыҡҡан ерҙән аҙаша. ҡотҡарыусылар уларҙың берәү­һен генә тере килеш таба, ҡалғандары туңып үлгән.

Иң һылыу ҡыҙ – Эльмира

Междуреченск ҡалаһынан Эльмира Абдразаҡова “Мисс Рәсәй – 2013” конкурсында еңеү яуланы.
Икенсе урынға – Ярославлдән Анас­­­тасия Язщыкова, өсөнсө урынға ҡал­мыҡ Республика­һынан Ирина Тума­нова лайыҡ булды. Еңеүсегә хаҡы 1 млн доллар торған таж менән 100 мең доллар аҡсалата бүләк эләкһә, 2-се, 3-сө урын яулаусы конкурсанттарға донъяның теләгән вузында белем алыу хоҡуғы бирелде. Йыл һайын “Рәсәй һылыуы” исеменә конкурста илдең төрлө төбәктәренән 30 меңгә яҡын ҡыҙ көс һынаша.

СПИД-тан дауа табылырмы?

Американың Миссисипи штатында иммунодефицит вирусы менән тыуған баланың тулыһынса сәләмәтләнеү осрағы теркәлгән.
Һүҙ тыуғас та препараттар ярҙамында көслө дауалау курсы үткән 2,5 йәшлек ҡыҙ тураһында бара. Әгәр ҙә артабанғы тикшеренеүҙәр был дауалау алымының һөҙөмтәлелеген раҫлаһа, киләсәктә уның киң ҡулланыу табыуы мөмкин.
Әммә, табиптар фекеренсә, СПИД-тан дауалауҙың яңы ысулы тураһында һүҙ алып барырға иртәрәк, сөнки әле был тәүге генә осраҡ. Әйткәндәй, ВИЧ-инфекциянан һауығыу осрағы беренсе тапҡыр 2007 йылда Берлинда теркәлгәйне. Унда ирҙе елек күсереп ултыртыу юлы менән дауалағайнылар.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға