«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Иң-иң” лайыҡлы йөҙҙө һайлайыҡ



05.03.2013 “Иң-иң” лайыҡлы йөҙҙө һайлайыҡ

Үткән һанда иғлан итеүебеҙсә, беҙ, йәғни “Йәшлек” гәзите редакцияһы, һеҙҙең ярҙам менән, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, башҡорт хал­ҡының “иң-иң” йөҙ ҡатын-ҡыҙын асыҡлар­ға булғайныҡ.
Рәхмәт, тәҡдимдәрегеҙ гәзиттең “Бәй­ләнештә” селтәрендәге төркөмөнә (vk.com/blog.ye02) килеүен дауам итә. Йәнә лә беҙҙең “Лайвжурнал” (yeshlek.livejournal.com), ”Одноклассники” (odnoklassniki.ru/profile/557001801149), ”Фейсбук” (www.facebook.com/ye02.ru) селтәрҙәрендәге төркөмгә лә ебәрә алаһығыҙ.
Был акциябыҙҙың ваҡытын 7 мартҡа тиклем оҙонайтырға ла булдыҡ. Дөрөҫөн генә әйт­кәндә, 100-ҙө билдәләү еңелдән түгел бит.
Халҡыбыҙ тарихында иң танылған, иң лайыҡлы, иң һәләтле тип һанаған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеген артабан да көтөп ҡалабыҙ. Гүзәл заттар төрлө йәштәге, төрлө һөнәрҙәге шәхестәр булыуы мөмкин. Шуныһы бар – бер кешегә унға тиклем исем-фамилия күрһәтеү рөхсәт ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға