«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡурҡытыу түгел – иҫкәртеү



05.03.2013 Ҡурҡытыу түгел – иҫкәртеү

Ҡурҡытыу түгел – иҫкәртеү
Алда беҙҙе яҙғы ташҡындар көтә. Быйыл ул әллә ни көслө булмаҫ, тип фаразлайҙар. Шулай ҙа һаҡланыу саралары бер кемгә лә зыян итмәҫ.
Билдәле булыуынса, республикала ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында иҫкәртеүсе сиреналар бар. Тик уларҙы ишеткәс, дөрөҫ ҡабул итеп, артабан тейешенсә хәрәкәт итергә генә кәрәк. Сиреналар ғәҙәттән тыш хәлдәр – авариялар, химик йәки радиоктив матдәләр менән ағыуланыу ихтималлығы, көслө дауылдар, ташҡын кеүек ваҡиғалар тураһында хәбәр итә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы “Бөтәгеҙгә лә иғтибар!” тигән сигналды ишетеү менән, радио йәки телевизорҙы тоҡандырырға ҡуша. Үҙәк каналдар аша бирелгән сиреналар тыныу менән халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыласаҡ. Кешеләргә иғтибарлап тыңлап, инструкция буйынса эш итергә генә ҡала.
Алыҫ ауылдарҙа, сиреналар йәки башҡа сигналдар булмаған урындарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында махсус машиналар эшләйәсәк. Улар ҙа халыҡты иҫкәртеү, туплау һәм эвакуацияларға әҙерләнеү менән шөғөлләнә.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға