«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йортоң аҫтында мәмерйә булмаһын…



05.03.2013 Йортоң аҫтында мәмерйә булмаһын…

Йортоң аҫтында мәмерйә булмаһын…
Беҙҙең яҡтарҙа булған хәл түгел, шулай ҙа бик хәүефле әле ул. Американың Флорида штатының ҙур булмаған ҡалаһында йәшәүсе берәү йоҡлап ятҡан еренән ҡапыл ғына карауаты-ние менән ер аҫтына “йүнәлә”. Тик торғандан 15 метр тәрәнлектә соҡор хасил булмаһынмы! Тере ҡалмаған инде бахыр. Өйҙәге башҡа кешеләр мөғжизә менән генә ҡотола. Күпмелер ваҡыттан һуң соҡорҙоң киңлеге алты метрға етә.
Әле һаман тикшереүҙәр бара – ғәҙәттән тыш хәл хеҙмәткәрҙәре йорт аҫтында әллә мәмерйә, әллә ҡатлам емерелеү булғанын асыҡлай алмай. Йорттан барыһын да сығарғандар, сөнки убылған урын хатта тартып торған кеүек, имеш.
Аллам һаҡлаһын, ҡала уртаһында ер аҫтында ни барын белеп булмай ҙа инде.

А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға