«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ һәм сикләүҙәр теркәлә



05.03.2013 Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ һәм сикләүҙәр теркәлә

Рәсәйҙә күсемһеҙ милекте һатып алыу-һатыу, теркәү өлкәһендәге үҙгәрештәр ошо айҙың тәүге көнөнән ғәмәлгә инде.
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Наталья Шаһиева белдереүенсә, шәхси йортто, фатирҙы йәки уларҙың бер өлөшөн, предприятиеларҙы һатып алыу-һатыу буйынса һәм бүләк итеү килешеүҙәре мотлаҡ дәүләт теркәүе үтмәй. Ә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ, сикләүҙәр (обременение) теркәлә. Был иҫәпкә ипотека килешеүе, төҙөлөштә өлөшсө булараҡ ҡатнашыу килешеүе инә.
Теркәү процедураһы тураһында “Росреестр” идаралығында йә ведомствоның сайтында ентекле белешергә мөмкин. Үҙгәрештәр граждандарға бер ниндәй ҙә хәүеф килтермәй. Алыу-һатыу хоҡуғына экспертиза үткәреү ҙә ғәмәлдә ҡала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға