«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡорттарҙа ла бар Анискиндар



01.03.2013 Башҡорттарҙа ла бар Анискиндар

Башҡорттарҙа ла бар Анискиндар
Рәсәй кимәлендәге «Халыҡ участковыйы» конкурсында Белореттан майор Ғилемдар Сирғәлин дүртенсе урынды яулай
Былтыр йыл аҙағында «Комсомольская правда» нәшриәт йорто менән берлектә Рәсәй Эске эштәр министрлығы «Халыҡ участковыйы» конкурсын үткәргәйне. Илебеҙҙәге 44925 полиция участка вәкиле араһынан 82 кеше, шул иҫәптән Белорет районынан полиция участка вәкиле Ғилемдар Сирғәлин да бәйгенең федераль этабына сыҡты. Тауыш биреү гәзит сайтында бик ҡыҙыу барҙы һәм һуңғы көндәрҙә башҡорт участковыйы гел икенсе килде. Быны оҡшатмаған ҡайһы берәүҙәр Ғилемдарға асыҡтан-асыҡ: «Һин, башҡорт, ҡайҙа тығылып инеп бараһың, унда һиңә урын юҡ!», «Ниндәйҙер бер башҡорт еңһә инде...» тип яҙһа, икенселәр уны яҡлашты: «Башҡортостандан берҙән-бер кеше федераль кимәлгә сыҡҡан икән, әйҙәгеҙ бергә уны күтәрешәйек!». Бер нигә ҡарамаҫтан, Ғилемдар Сирғәлиндың еңеүе көн кеүек асыҡ ине, әммә... иң һуңғы сәғәттәр­ҙә кинәт беҙҙең участка инспекторы өсөн тауыш ҡабул ителмәй башланы, ә бер нисә кеше өсөн тауыштар тиҫтәләп тә түгел, йөҙләп өҫтәлде лә ҡуйҙы (ни эшләп был шулай булды – аңлашылманы). Һәм ниндәй­ҙер «фокус-мокус» менән Ғилемдар дүртенсе урынға тороп ҡалды. Ярай, нисек булһа ла, барыбер анау тиклем ҡатнашыусы араһында дүртенсе булыу – оло мәртәбә бит ул, тип ҡыуанып, уға бүләк биреүҙәрен көтә башланыҡ, йәнәһе лә, шул саҡта уны барып ҡотларбыҙ. Тик ике ай самаһы үтеп китһә лә, ләм-мим тауыш сыҡманы. Сирғәлин өр-яңы машинала йөрөй, тигән хәбәр таралғас, күрәһең, уға 4-се урын алыу йәһәтенән дүрт тәгәрмәсле «иптәш» бүләк иткәндәр­ҙер, тип Белоретҡа елдереп барып та еттек.
– Яңы машина бүләк иткәндәр?! Юҡсы, уны беҙ кредитҡа һатып алдыҡ та ул, – тип беҙҙең һүҙгә участковый аптырап китте.
– Һуң, 4-се урын яулауығыҙ айҡанлы нимә бирҙеләр? – тип төпсөндөк һаман. – Моғайын, диплом, Маҡтау ҡағыҙы тапшырып, аҡсалата приз биргәндәрҙер, бик тә булмаһа, премия яҙғандарҙыр?
Беҙҙең алда уңайһыҙланып, Ғилемдар ҡорбанбай улы ҡулдарын йәйҙе:
– Юҡ шул... Әгәр булһа, бер ҙә йәшереп тормаҫ инем...
Ғилемдар ағайға бүләктәрен ҡулына тоттороп (янына баҫтырып) фотоға төшөрөү ниәте селпәрәмә килде. ҡоро бушҡа кешене албырғатып, өҫтәренә көтмәгәндә ҡар яуғандай килеп төшкәнебеҙ өсөн ғәфү үтенергә тура килде. Ә бит, үҙебеҙҙең учас­тковый федераль кимәлгә сыҡты, тип урындағы етәкселәре әҙерәк ҡыймылдаһа, был хәлгә ҡалмаҫ инек. Фиҙакәр хеҙмәте менән тотош полицияның абруйын арттырған Ғилемдар Сирғәлиндың конкурста 4-се урын алыуы Белорет райо­нының ғына түгел, республика буйынса Эске эштәр министрлығының еңеүе булараҡ ҡабул ителер ине. Шыршы иң үрҙәге бер йондоҙ менән генә түгел, ә тотошлай йондоҙҙар менән биҙәлгәндә, урман һылыуының күпкә сағыуыраҡ булғанын хатта балалар ҙа белә лә бит...
Әйткәндәй, беҙ, «Йәшлек»тәр, Ғилемдар Сирғәлин менән ныҡ ғорурландыҡ. Йыл һайын үткәрелгән конкурста Башҡортостандан беренсе тапҡыр башҡорт азаматының федераль кимәлгә сығыуы беҙҙе бик тә ҡыуандырҙы. ҡолағынан тартып түгел, ә фиҙакәр эше менән абруй яулаған полиция майоры ун һигеҙ йылдан ашыу Белорет районының эске эштәр бүлегендә эшләй. Уның участкаһы – Әзекәй ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар. Халыҡ ихтирамлы, кеселекле һәм кешелекле участковыйҙы хөрмәт итә. Башҡорт Анискины үҙе лә участкаһындағы һәр ғаиләнең тын алышын белеп тора, бар ваҡиғалар тураһында яҡшы хәбәрҙар.
– Көн тимәй, төн тимәй, ал-ял белмәй, шул эш тип саба инде, – ти ҡатыны Флүзә апай. – Халыҡ менән аралашыуҙан тыш, уға документтар менән дә күп ултырырға тура килә.
ҡатынының был һүҙҙәренә Ғилемдар ҡорбанбай улы, эшемде яратам, унһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтерә алмайым, тип яуаплай: «Нисек итеп ярҙам һорап килгән кешене бороп сығараһың? Юҡ-барға борсомайҙар бит».
Ғилемдар Сирғәлинды эшендә лә ихтирам итәләр, яуаплы, эшһөйәр булыуын билдәләйҙәр, йәштәргә өлгө итеп ҡуялар.
Чечен Республикаһына командировка өсөн Ғилемдар ҡорбанбай улы хөкүмәт наградаһы – «Төньяҡ Кавказ регионында йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн» миҙалы менән наградланған. Бынан тыш та башҡа миҙалдары, түшкә ҡаҙай торған билдәләре бар. Ләкин уларға иҫе китеп бармай Сирғәлиндың, иң мөһиме – лайыҡлы ғүмер юлы үтеп, кеше булып ҡалыу зарур, ти. ҡатыны Флүзә апай менән улар өс бала үҫтергән: Динар армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң күсемһеҙ милек үҙәгендә эшләй, Динара педколледждың бишенсе курсын тамамлай, Фидан университетта тарих факультетында белем ала (балалары ата-әсәһенә оҡшап алсаҡ, уңған). Сығышы менән Әбйәлил районының Әбдрәш ауылынан булған Ғилемдар менән Белорет районы ҡыҙы Флүзә, күрше төбәктәрҙән булһалар ҙа, алыҫ Төмәндә танышҡан икән.
– Бер туған тейешле апай артынан Төмәнгә барып, комбинатҡа эшкә урынлашҡайным, ә Ғилемдар шунда армияла хеҙмәт итеп йөрөгән, – тип һөйләне танышыу тарихын Флүзә Нуретдин ҡыҙы. – ҡаҙыштынан Венер исемле егет шул часҡа эләккәс, әсәһе беҙҙең аша күстәнәс биреп ебәрҙе. Күстәнәсте килеп ал, тип ҡат-ҡат хәбәр итһәк тә, Венер килмәй ҙә ҡуя. Шунан күстәнәсте алдыҡ та, һеңлекәшем Әлфирә менән киттек хәрби часҡа. КПП-ла бер әҙәм юҡ (дежур егет йоҡлап ятҡан икән), часть буйлап йөрөп әйләндек – бер кемде табырлыҡ түгел. Кире КПП-ға килһәк, дежур егет уянған. Уға кемде эҙләүебеҙҙе аңлаттыҡ та көтә башланыҡ.
– Ә был ваҡытта мин комбатты алып йөрөй инем, – тип һүҙҙе элеп алды ғаилә башлығы. – Дежур һалдат осраны ла, унда ҡыҙҙар килгән, ти. ҡыҙыҡ та инде, киттек ҡарарға. Шунда КПП-ла танышып, һөйләшеп торҙоҡ. Аҙаҡ ялымда Флүзә йәшәгән ятаҡҡа килдем. Барһам, ул итек йыуып тора, мине күрҙе лә көлөп ебәрҙе. Флүзә октябрҙә ҡайтып китте, мине комбат ноябрҙә генә, өс машинаны ремонтлатҡас ҡына, ҡайтарҙы. Етенсе декабрҙә никах уҡыттыҡ. Өйләнешкәс, яңынан Төмәнгә киттек. Игеҙәк балаларыбыҙ тыуғас, көн йылынғансы ғына тип, ҡайтҡайныҡ Аҙналыға, торҙоҡ та ҡалдыҡ. Мин Белорет заводына эшкә индем, шунан редакцияға урынлаштым. Бергә эшләгән Зилә апай Абзалованың ире милицияла кадрҙар буйынса начальник урынбаҫары ине, шул милицияға эшкә егеттәр эҙләгәндә, Зилә апай мине тәҡдим иткән. Милицияла эш хаҡы юғарыраҡ, тип шунда уҡ ризалаштым (ғаиләне ҡарарға кәрәк бит). Шулай итеп, ғүмерем ебе хоҡуҡ һаҡлау органдары менән барып тоташты.
– Үкенмәнегеҙме?
– Юҡ. Эшемде яратам. Ринат Баймөхәмәтов, Урал Аҡкучуков, Зилә һәм Айрат Абзаловтарға, Зиннәф Әхмәтшин, Сәхи Фәйзрахмановҡа рәхмәтлемен, улар ныҡ ярҙам итте, еңеүҙәремдә уларҙың да өлөшө бар.
Тырышып хеҙмәт иткән, донъя көткән, халыҡтың ихтирамын яулаған майор Ғилемдар Сирғәлинды тыңлап ултырғанда, уның ниндәйҙер бүләктәргә көнө лә ҡалмаған инде ул, тигән уй килде башҡа, сөнки төп бүләкте яҙмыштан алған: ярат­ҡан эше, һөйөклө ҡатыны бар, бына тигән балалары уға терәк-таяныс булып үҫеп еткән. Йорт төҙөй башлаған, яҙһа, шул өйҙө лә туйларға барылыр әле – саҡырған ергә бармай ҡалып булмаҫ...








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға