01.03.2013 Өҫтөнлөклө йүнәлеш – инвестициялар
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, 2012 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 233 миллиард һумға еткән, 2011 йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был һигеҙ процентҡа күберәк. Башҡортостанға йәлеп ителгән сит ил инвестициялары күләме йыл эсендә ике тапҡырға артҡан (600 миллион доллар самаһына тиклем еткән).
Был хаҡта Президент Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе.
Бөгөн дөйөм суммаһы 400 миллиард һумға торошло 100-ҙән ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың алтауһы тамамланған, меңдән ашыу кеше эш урыны менән тәьмин ителгән.
Австрияның “Kronospan” компанияһы республикаға 450 миллион евро йүнәлтә һәм тиҙҙән Өфө эргәһендә түбән сортлы ағас эшкәртеү буйынса кластер төҙөләсәк. Республика сәнәғәтен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре араһында нефть химияһына, машиналар эшләүгә, ағас эшкәртеүгә баҫым яһала. Беҙҙә 15 кластер төҙөрлөк потенциал бар.
Башҡортостанда тулайым төбәк продукты үткән йыл йомғаҡтары буйынса тәүгә бер триллион һумлыҡ сикте уҙған. Бындай һөҙөмтәгә ирешеүгә инвесторҙар менән һөҙөмтәле эшләү ҙә булышлыҡ иткән. Төбәк – конкурентлыҡҡа һәләтлек, асыҡ иҡтисади сәйәсәт алып барыу йәһәтенән Рәсәйҙә лидерҙарҙың береһе. Быға бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы ла индерергә мөмкин.
Ә шул уҡ ваҡытта Рәсәй ҙур рейтингыларҙа алдынғы урындарҙан алыҫ. Мәҫәлән, конкуренцияға һәләтлек буйынса рейтингыла беҙҙең ил ни бары 67-се баҫҡыста тора. Беренсе урында – Швейцария.
Инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе хаҡында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров та үҙ фекерен белдерҙе. Уның сығышы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡағылды. Башҡортостанда яңы эш асыу, ойоштороу мөмкинлеге бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн төп проблема. Быны Сауҙа-сәнәғәт палатаһы төбәктәге 6000 эшҡыуарҙан һорау алып асыҡлаған. Эшҡыуарҙар тағы ла һалым буйынса көсөргәнешлекте, ҡыҫҡа ваҡытҡа финанс ресурстарын йәлеп итеү мөмкинлегенең сикләнгәнлеген, квалификациялы кадрҙар етешмәүен, ришүәтселектең юғары булыуын да проблемалар рәтенә индерә. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итмәйенсә тороп, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү ауырҙыр.