«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



01.03.2013 Өс һөйләм менән

Өфөнөң Конгресс-холында «Смарт-төбәк: электрон уҡытыу мөмкинлектәре» халыҡ-ара конференцияһын асыу тантанаһында БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Яңы технологияларға мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ғына түгел, ололар ҙә йәлеп ителәсәк, электрон уҡытыу системаһы ярҙамында халыҡ үҙ белемен йыл һайын яңыртып тороу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Рәсәйҙең бер нисә төбәге бындай программаны тормошҡа ашыра башлаған да инде.

Республика балалар клиник дауаханаһында ауыр операциялар өсөн ҡорамалдар менән тәьмин ителгән яңы диагностика үҙәге асылды. Үҙәкте асыуҙа БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Яңы һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә барлығы 1,2 миллиард һум аҡса тотонолған.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан парламентарийҙары Өфөгә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына арнал­ған тантаналы сараларҙа ҡатнашыу маҡсатында килгән РФ Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты. Унда Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзалары Игорь Ананских, Николай Валуев, Иван Сухарев, Рима Баталова һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Илдар Ғилметдинов ҡатнашты. Осрашыуҙа балалар спорты өлкәһендә эшмәкәрлекте әүҙемләштереү мәсьәләләре лә тикшерелде.

Көньяҡ Урал мәмерйәләрен һаҡлау һәм файҙаланыу мәсьәләләре 1−3 мартта Бөрйән районында үтәсәк беренсе фәнни-ғәмәли семинар­ҙа тикшереләсәк. Унда «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты составына ингән айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең 40-ҡа яҡын хеҙмәткәре, спелеологтар ҡатнаша. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, семинарға Свердловск, Ырымбур, Ленинград өлкәләре һәм Пермь крайы белгестәре лә саҡырылған, программала ғилми-популяр лекциялар, тематик экскурсиялар, шулай уҡ мәмерйә биләмәһен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса саралар ҡаралған.

Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, виза режимын күберәк Тажикстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Әрмәнстан граждандары боҙа. Быйыл 15 сит ил гражданы − законһыҙ мигрант тыуған иленә оҙатылған. Миграция хеҙмәтенә суд приставтары ла ярҙамлашҡан.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға