«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Етем балаларҙың хоҡуҡтарын махсус совет яҡлаясаҡ



26.02.2013 Етем балаларҙың хоҡуҡтарын махсус совет яҡлаясаҡ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала Башҡортостанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич булып китте.
Уның сәфәре барышында әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре һәм етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Советта профилле эш төркөмдәре формалаштырыласаҡ.
Михаил Бабич балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә лә ҡатнашты. Унда үрҙә телгә алынған категорияға инеүсе балаларға ярҙам рәүешендә тор­мош­ҡа ашырыласаҡ тәҡдимдәрҙе әҙер­ләү буйынса һөйләшеү булды.
Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратында махсус эш төркөмө булдырылғайны, ул етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе өйрәнә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тупланған тәжрибәне, мәғлүмәттәр­ҙе дөйөмләштереп, етем балалар өсөн лайыҡлы йәшәү шарттарын булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Әйткәндәй, бөгөн Волга буйы федераль округында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 129 мең бала иҫәпләнә. Был бәләкәй һан түгел.
– Дөйөм алғанда, әле Рәсәйҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар һаны Бөйөк Ватан һуғышынан һуң илдә күҙәтелгән хәлгә тиң, – тине Михаил Бабич. – Беҙ һәр бала ғаиләле булһын, артабанғы тормошта үҙенең мөмкинлектәрен һәм һәләтен аса алһын, шәхес булып формалашһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Һуңғы алты йылда республиканың балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һаны өстән бер өлөшкә кәмегән, дүрт балалар йорто ябыл­ған, йәнә икәүһен ябыу күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға