«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



26.02.2013 Донъя яңылыҡтары

Шикле ғилми эштәр булмаһын өсөн
РФ Мәғариф һәм фән министрлығы фәнни дәрәжәгә эйә булыр­ға теләүселәрҙең диссертацияһын Юғары аттестация комиссияһыҙ яҡлау буйынса эксперимент үткәрәсәк.
Был тәжрибәгә бер нисә вуз эләгәсәк. Урындағы диссертация советтарының яуаплылығы бы­ның менән тағы ла артасаҡ. ВАК шикле диссертацияларҙы тикшереүҙе дауам итә һәм яҡын арала 50 кешене ғилми дәрәжәнән мәхрүм итәсәк.
Яңы етәксе Владимир Филип­пов диссертация советтарын ҡыҫ­ҡартып, реформалар үткәрергә йыйына. Ғилми эштәр тәүҙә тикшерелеүгә интернетҡа ҡуйыласаҡ. РФ Мәғарифты күҙәтеү идаралығы чиновниктарға диссертация яҡлауҙы тыйырға уйлай.

Хаҡтар арта

РФ Хөкүмәте киләһе өс йылға коммуналь хеҙмәттәр өсөн яңы стандарттарҙы билдәләне.
2013 йылда коммуналь түләүҙәр өсөн хаҡ Рәсәй буйынса торлаҡтың квадрат метрына уртаса 105,2 һум буласаҡ. 2014 йылда хаҡ – 112 һумға, 2015 йылда 120 һумға күтәреләсәк. Бынан тыш, капиталь ремонт өсөн дә хаҡтар артыуы көтөлә.

Нотариусҡа талаптар көсәйә

РФ юстиция министры Алек­сандр Коновалов июлгә тиклем нотариат тураһындағы закон проектын әҙерләүҙе тамамларға ҡушҡан.
Яңы документ нотариусҡа яңы вәкәләттәр генә өҫтәмәй, уларҙың яуаплылығын да арттыра. Нота­риуслыҡҡа имтихандарға ла талаптар көсәйтеләсәк. Яңы закон ҡабул ителә ҡалһа, фатир һатып алғанда алдауҙарға, мутлыҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн был юридик хеҙмәт төрө йәлеп ителәсәк.

Сит илдә аҡсаң ятмаһын

Рәсәйҙең дәүләт етәкселәренә һәм депутаттарға сит ил банкыларында иҫәп асыу тыйылды.
Әгәр чиновниктарҙың сит илдә күсемһеҙ милке булһа, улар декларацияға индерелергә тейеш. РФ Дәүләт Думаһында Прези­дент­тың тулы хоҡуҡлы вәкиле Гар­ри Минх, закон ғәмәлгә инә ҡалһа, дәүләт вазифаһында эшләүселәр өс ай эсендә сит илдәге банкыларҙағы аҡса иҫәптәрен ябырға бурыслы, тип белдергән.

Бар өмөттәр – Динәгә

Беренсе каналдағы «Тауыш» проектында 48 йырсы араһынан иң көслө һәм моңло тауышлы тип Татарстандың Зеленодольск ҡалаһынан Динә Ғарипова иғлан ителгәйне.
Ул тамашасыларҙың 54,1 процент та­уышын йый­ҙы. Еңеү­се инглиз те­лендәге йыры менән майҙа Швецияның Мальма ҡалаһында үтәсәк «Евровидение – 2013» конкурсына барасаҡ.
Былтыр конкурста Удмуртстан­дан «Буран әбейҙәре» икенсе урын алғайны.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға