«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



21.02.2013 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
РФ Киң коммуникациялар һәм элемтә министрлығы быйыл, «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһын халыҡты социаль тәьмин итеү селтәренә һәм логистик инфраструктураға бүлеп, радикаль реформа үткәрмәксе.
Был тармаҡтың транспорт, сортировкалау активтары өсөн яңы шәхси компания булдырыласаҡ. Реформаларға 500 млрд һум аҡса тотонолоуы ихтимал. Бер нисә йылда дөйөм килем 129 миллиард һумдан 323 миллиард һумға тиклем күтәрелер, тип фаразлайҙар. Электрон документ әйләнеше булған хаттар ебәреү – 11 процентҡа, пенсиялар пластик карточкаға күсһә, финанс хеҙмәте 42 миллиард һумға кәмейәсәк. «Рәсәй почтаһы» чиновниктар менән ябай граждандар араһында рәсми бәйләнеш булдырыуҙы тәьмин итеүгә дәүләт электрон почтаһы өсөн Хөкүмәттән 31,1 миллиард һум аҡса һорай.

Көйөндөрҙө...
Ата-әсәләр комитеттары һәм берекмәләре ассоциацияһы РФ Президенты В. Путиндан сит ил кешеләренең Рәсәй балаларын уллыҡҡа алыуын бөтөнләй тыйыуҙы һораған.
Улар фекеренсә, АҡШ граждандарына ғына уллыҡҡа алыуҙы тыйыуҙы индереү маҡсатҡа ярашлы түгел. Сөнки сит ил кешеләре тарафынан Рәсәйҙән алынған сабыйҙарҙың ғүмере өҙөлөүе башҡа илдәрҙә лә йыш күҙәтелә.
Ата-әсәләр комитеттары һәм берекмәләре ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, 28 илдә беҙҙең балаларҙың юғалыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. АҡШ-ҡа тыйыуҙы индергән хәлдә лә, уларға икенсе илдәр аша беҙҙекеләрҙе уллыҡҡа алыу мөмкинлектәре тыуа.

Йылмайтты...
“Фейсбук” (Facebook) социаль селтәре Мичиганда йәшәүсе 104 йәшлек әбейҙән ғәфү үтенгән.
Хәл былай булған. Маргарет Джозеф үҙенең “битендә” тыуған йылын 1908 йыл тип дөрөҫ итеп күрһәткән, ә “Фейсбук” 1928 тип төҙәтә лә ҡуя, ти. Был бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Ахырҙа, өлкән ханым үҙенә 99 йәш тип яҙып ҡуйған. Әбей “битендә” үҙе ултыра икән, тип уйлап ҡуймағыҙ, ул насар ишетә һәм күрә, шуға өләсәһе өсөн ейәнсәре яҙыша. Әммә әбей алдашырға теләмәй һәм йәшен дөрөҫ күрһәтеүҙәрен талап итә.

Уйға һалды...
РФ ҡораллы Көс­тәренең Генераль штабы начальнигы, генерал-полковник Валерий Ге­расимов белдереүенсә, әрмегә хәрби бурысын үтәргә алынған егеттәр хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаясаҡ.
Был хоҡуҡ тик контракт буйынса хеҙмәт иткәндәргә генә бирелә. Бөгөн ҡораллы Көстәрҙә 190 мең кеше контракт буйынса хеҙмәт итә. 2017 йылға улар­ҙың һаны 425 мең кешегә етергә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға