22.02.2013 Иҫкәртеү күп бәләнән аралай
Йыл башынан Башҡортостанда ете баланың ғүмере янғында өҙөлдө. Был фажиғәлә, тәү сиратта, ата-әсәләрҙең ғәйебе бар. Улар ваҡытында бәләкәстәргә ут менән уйнауҙың эҙемтәһе тураһында аңлатыу эштәре алып бармаған.
Өфө ҡалаһы янғын һағы идаралығының Совет районы буйынса янғынды профилактикалау бүлеге инженерҙары “Янғын мәлендә хәүефһеҙлек” темаһына йорт хужалары, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәселәр менән һөйләшеүҙәрҙе даими алып бара. Былтыр 43 балалар баҡсаһында һәм 21 мәктәптә практик дәрестәр үткәрелде. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар янғын хәүефһеҙлеге темаһына арналған викторинала ҡатнашты, ут һүндереү ҡорамалдары менән танышты. Шулай уҡ янғын сыҡҡанда үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре аңлатылды. Бөтәһе ике меңдән ашыу бала ошо өлкәлә белем тупланы.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға ут менән уйнарға ярамағанлығы тураһында күберәк һөйләгеҙ, һаҡһыҙлыҡтың ниндәй эҙемтәгә илтеүе хаҡында, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклеген аңлатығыҙ.
Әлиә КУПРИЯНОВА,
Өфө ҡалаһы янғын һағы идаралығының Совет районы буйынса янғынды профилактикалау бүлеге инженеры.