«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тулы хоҡуҡлы вәкил көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе



22.02.2013 Тулы хоҡуҡлы вәкил көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе

Кисә Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде. Ул ил башлығының былтыр майҙа ҡул ҡуйған указдарын үтәүгә арналған бер нисә кәңәшмә уҙғарҙы.
Осрашыу-һөйләшеүҙәрҙә һүҙ эконом класлы торлаҡ төҙөү, күп балалы ғаиләләргә ер участкалары бүлеү тураһында ла барҙы. Республика Хөкүмәте вәкилдәре менән бюджетты көйләү тураһында кәңәшмә үткәрелде.
Михаил Бабичтың 1-се республика балалар йортона барыуы ла ҡаралғайны. Бында етемдәргә торлаҡ бүлеү, балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу, интернатты тамамлап сығыусыларҙы күҙәтеүҙә тотоу, социаль етемлекте иҫкәртеү кеүек көн үҙәгендә торған проблемалар тураһында етди һөйләшеү булды.
Бынан тыш, тулы хоҡуҡлы вәкил Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы кисәлә ҡатнашырға тип тә килгәйне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға