22.02.2013 Былтыр Башҡортостанда 441 миллиард һумлыҡ килем алынған
2012 йылда республиканың тупланма бюджетына 120 миллиард һумға яҡын аҡса ингән. Был бюджетҡа килгән һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп өлөшө түбәндәге һалым иҫәбенә формалаша: физик шәхестәр килеменә һалым – 32 процент, предприятие һәм ойошмалар килеменә һалым – 27, акциздар – 13, милеккә һалым – 9, дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем – 10 процент. Былтыр республикала уртаса эш хаҡы кимәле артты, шуға ла физик шәхестәрҙең килеменә һалым да арта.
Шул уҡ ваҡытта төбәктә килемгә һалымдың тотороҡло булмауы күҙәтелә. 2012 йылда ул ни бары алты процентҡа ғына артҡан. Ергә һалым буйынса ла хәл яҡшынан түгел.
Президент Рөстәм Хәмитов ошо темаға арналған кәңәшмәлә билдәләүенсә, бөгөн барлыҡ эксперттар бер фекерҙә: 2013 йылдың төбәк бюджеттарының үтәлеше йәһәтенән көсөргәнешле булыуы ихтимал. Сөнки төбәк бюджеттарына килемдәр кәмей, ә сығымдар арта бара.
Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу ҙа бюджет өсөн көсөргәнешлек тыуҙыра. Мәҫәлән, уҡытыусыларҙың эш хаҡы иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә еткерелде, әммә уны даими арттырып тороу өсөн өҫтәмә килем талап ителә.
Республиканың дөйөм килем күләме, башлыса, ҙур предприятиелар иҫәбенә формалаша. Башҡортостанда әле бындай 25 һалым түләүсе бар, улар төбәктә йыйылған һалымдың 43 процентын тәшкил итә. “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһына, мәҫәлән, һалымдың 20 проценты тура килә.
Шуныһы ла бар: ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ҙур ресурстар һаман файҙаланылмай ҡала. Ерҙе биләү хоҡуғы теркәлмәгән меңләгән участка бар. Урындағы бюджеттар, бындай участкаларҙы ҡуртымға биреп, килем ала алыр ине.
Бөтә йыйылған һалым күләме республиканың артабанғы уңышлы үҫешенә йоғонто яһай. Был бәхәсһеҙ.