20.02.2013 Өс һөйләм менән
Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы ғинуарҙа 1,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Уның күләме хеҙмәт йәшендәге ир-егет өсөн иң кәм аҙыҡ-түлек тупланмаһы нигеҙендә билдәләнә. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы хәбәр итеүенсә, ғинуар айы йомғаҡтары буйынса минималь аҙыҡ-түлек тупланмаһы бер айға 2433,7 һум тәшкил иткән.
Башҡортостан ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһын ғәмәлләштереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора. Бындай система дәүләт, муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе электрон юлға күсереү маҡсатында бойомға ашырыла. БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанға популяр мәғлүмәт буйынса һорауҙарҙың 10 проценты тура килә, ил буйынса барлыҡ һорауҙарҙың яртыһын эшкәрткән Мәскәү рейтингыла беренсе урынды биләй, өсөнсө урында – Бүрәт Республикаһы һәм Красноярск крайы (9%), дүртенсе урында Санкт-Петербург (7%) килә.
БР Ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә, сусҡасылыҡ баҙарында хәл киҫкенләшә – етештереүсенән алынған сусҡа итенең 1 килограмының хаҡы 95 һумдан 62 – 70 һумға төшкән. Бының сәбәбе − Аргентина, Бразилия һәм Германиянан килтерелгән оҙаҡ һаҡланған, шунлыҡтан осһоҙ блоклы сусҡа ите урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын ҡыҫырыҡлап сығара. Импортҡа ставканың кәмеүе ҡулланыусыларҙың арзан, сифатһыҙ сит ил продукцияһын күпләп һатып алыуына һәм республиканың сусҡасылыҡ тармағын юҡҡа сығарыуға килтерә.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме ғинуарҙа 1,5 процентҡа артҡан. Түләүле хеҙмәттәрҙең ҙур өлөшө – 27,5 проценты (3,9 миллиард һумға яҡын) коммуналь хеҙмәттәргә тура килә. Икенсе урында – транспорт хеҙмәттәре (16,5%), өсөнсөлә – элемтә хеҙмәттәре (12,3%), дүртенселә – торлаҡ хеҙмәттәре (10,9%), бишенсе урында – барлыҡ көнкүреш хеҙмәттәре комплексы (9,5%).
Өфөлә «Мәрхәмәтлек акцияһы» хәйриә рейды үткәрелде, сараны Республика комплекслы үҙәге ойошторҙо. Йәшәргә урыны булмаған кешеләр күпләп йыйылған урындарҙы асыҡлау, мохтаждарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, уларҙың шәхесен раҫлаусы документтарын тергеҙеү һәм тейешле социаль учреждениеларға урынлашыу өсөн юридик, медицина, социаль, психологик, хоҡуҡи һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү сараның төп маҡсаты булып тора. Акция барышында мохтаждар аҙыҡ-түлек тупланмаһы һәм өҫкө кейем менән тәьмин ителә.
Стәрлетамаҡ районында эре фирма етәкселеге эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләү урынына һабантуй уҙғарған. Ойошманың 72 эшсегә 1 миллион һум самаһы бурысы йыйылған булған, тик иҫәптәге 92 миллион һум аҡса кредиттарҙы түләүгә һәм Яҙ һәм хеҙмәт байрамын ойоштороуға тотонолған. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.