20.02.2013 Үҙәк һайлау комиссияһында ҡунаҡта
Рәсәйҙә февралдең өсөнсө йәкшәмбеһе йәш һайлаусы көнө булараҡ билдәләнә. Был йәш тауыш биреүселәрҙең хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү маҡсатында уҙғарыла. Ошо датаға бәйле Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Асыҡ ишектәр көнө үткәрҙе. Унда Нефтекама ҡалаһы территориаль һайлау участкаһы ойошторған конкурс еңеүселәре килде.
Йәштәрҙе Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Нәйлә Алтынова, комиссия секретары Марина Долматова һәм комиссия ағзаһы Ришат Лоҡманов ҡаршыланы. Һайлау темаһын иң яҡшы белеүселәр башлыса БДУ-ның Нефтекама филиалы, нефть колледжы студенттары ине. Өфөгә егет-ҡыҙҙар теләп килде. Уларҙы Үҙәк һайлау комиссияһы эшмәкәрлеге менән таныштырғандан һуң БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың парламент музейына, геральдика залына ла алып барҙылар һәм, әлбиттә, һайлау процесындағы яңылыҡтар менән дә таныштырҙылар.
Мәүлиҙә ЯҡУПОВА.