20.02.2013 Был юлы – Нефтекамала
Нефтекамала муниципаль-ара һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеге буйынса сираттағы кәңәшмә уҙҙы, уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үткәрҙе. Билдәле булыуынса, бындай саралар Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет муниципаль-ара медицина округтарында ла ойошторолғайны. Уларҙы башҡа төбәктәрҙә лә үткәреү күҙаллана.
Вице-премьер, статистика мәғлүмәттәренә туҡталып, тыуым күрһәткестәре буйынса Нефтекама округында ыңғай хәл күҙәтелеүен, бында 2012 йылда үлем кимәле кәмеүен белдерҙе. Тик шуныһы бар: был һандар Рәсәй Хөкүмәтенең, Башҡортостандың норматив акттары менән билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәрҙән күпкә ҡалыша.
Нефтекамала үлем осраҡтары уртаса республика күрһәткесенән – 6,5 процентҡа, Краснокама һәм Яңауыл райондарында яҡынса 1,5 тапҡырға артҡан. Был уңайҙан Лилиә Салауат ҡыҙы онкология хеҙмәте эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙе һораны.
Тәтешле районы суицид, юл-транспорт фажиғәләре арҡаһында үлем осраҡтары буйынса лидер булып тора. Икенсе кимәлдәге травматология үҙәге булыуға ҡарамаҫтан, үлем күрһәткестәре бында юғары. Лилиә Ғүмәрова һығымта яһауынса, беренсе звенолағы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләндерерлек түгел. Һөҙөмтәлелекте арттырыу өсөн амбулатор-поликлиника хеҙмәте учреждениеларын үҙгәртеп ҡороуҙы, табиптарҙы ҡайтанан уҡытыуҙы дауам итеү кәрәк, тип иҫәпләй вице-премьер.
Кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев та сығыш яһаны. Ул граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.