«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш



20.02.2013 Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш

Ике йыл элек ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты уҙғайны. Ә ике йылдан ошондай сараның Башҡортостанда үтеүе көтөлә. Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге делегация Астанаға барып, саммит ваҡытында файҙаланылған инфраструктура объекттары менән танышып ҡайтты.
Бында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса милли координатор, ҡаҙағстан Сит ил эштәре министрлығы илсеһе Шахрат Нурышев менән осрашыуҙа күп яҡлы проекттар ойоштороу, уларҙы бойомға ашырыу, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек ваҡытында ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытыу механизмдары тикшерелгән.
Вице-премьер Салауат Сәғитов ҡаҙағстан Республикаһы мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министрының беренсе урынбаҫары Жанна ҡорманғәлиева менән дә һөйләшкән. Эшлекле осрашыу мәлендә ике республика араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралған. Астанала шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ҡағылышлы темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәреү тураһында ла һөйләшеп килешелгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға